Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Ғинуар , 15:55

Йәш тәрбиәселәргә гранттар бирелә

Грант алыу өсөн конкурста 35 йәшкә тиклемге педагогтар дәғүә итә ала. Ғаризалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә.  

Йәш тәрбиәселәргә гранттар бирелә
Йәш тәрбиәселәргә гранттар бирелә

Балалар баҡсаларында эшләүсе йәш педагогтарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына конкурс үткәрелә. Был башланғыс Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2023 йылдың 3 авгусындағы Указына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Конкурсты уҙғарыу һәм йомғаҡ яһау ваҡыты:

- 2024 йылдың 1 февраленән 1 мартына тиклем – конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү;

- 2024 йылдың 19 мартына тиклем - конкурс комиссияһы документтарҙы ҡарау һәм конкурстың икенсе этабына (конкурстың беренсе этабына) грантҡа дәғүә итеүсегә рөхсәт йәки рөхсәт биреүҙән баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул итеү;

- 2024 йылдың 11 апреленә тиклем Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығына гранттарға дәғүә итеүселәр рейтингын биреү, конкурс еңеүселәре исемлеген төҙөү;

- Биш эш көнө эсендә министрлыҡ бойороғо менән гранттар биреү тураһында конкурс һөҙөмтәләрен раҫлау һәм грантҡа дәғүә итеүсегә белдереү ҡағыҙы ебәреү.

Документтар 2024 йылдың 1 февраленән 1 мартына тиклем ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120-се йорт, 222-се бүлмә, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 4-кә ҡәҙәр, тәнәфес көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем).

Гранттар йылына бер тапҡыр конкурс нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль белем биреү ойошмаларында эшләүсе, Рәсәй Федерацияһы граждандарының мәктәпкәсә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыусы, 35 йәшкә тиклемге, белем биреү ойошмаһында эш стажы ике йылдан да кәм булмаған йәш уҡытыусыларға бирелә.

Белешмәләр менән Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығына, 8 (347) 218-03-80 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя.

Фото: put-okt.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Йәш тәрбиәселәргә гранттар бирелә
Йәш тәрбиәселәргә гранттар бирелә
Автор:
Читайте нас: