Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Декабрь 2023, 11:00

"Уҡыусыларым менән ғорурланам"

Роза Йәмил ҡыҙы балаларҙы фортепиано серҙәренә өйрәтә

"Уҡыусыларым менән ғорурланам"
"Уҡыусыларым менән ғорурланам"

Бөрө ҡалаһының М.З. Бәширов исемендәге Балалар һәм үҫмерҙәр музыка мәктәбе уҡытыусыһы Роза Йәмил ҡыҙы Дидаш бай тәжрибәле, юғары категориялы уҡытыусы. Уның менән әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
— Роза Йәмил ҡыҙы, һеҙ күп йылдар Бөрө Балалар музыка мәктәбендә эшләйһегеҙ. Үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырығыҙ әле.
— Мин Бөрө ҡалаһында тыуып үҫтем. Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһында белем алдым һәм хеҙмәт юлымды тыуған ҡаламда башланым. Артабан Екатеринбургта педагогия институтында уҡыным. 50 йылға яҡын эш тәжрибәмдән сығып, һәр бер быуындың үҙенсәлектәре бар, тип әйтә алам. Музыка менән шөғөлләнеү балаларҙы шәхес итеп үҫтерә, хәтерен яҡшырта. Уның ишетеү һәләте үҫә, тирә-яҡтағы матурлыҡты күрә башлай. Музыка ҡоралында уйнай белгән кеше башҡаларҙан бер баҫҡысҡа юғарыраҡ тора, тип уйлайым.
— Музыка уҡытыусыһы һөнәрен һайлағанда һеҙгә берәйһе йоғонто яһанымы?
— Сәнғәткә һөйөүҙе әсәйем тәрбиәләне һәм ошо йүнәлеште һайларға этәргес бирҙе. Мәктәп тупһаһынан уҡ музыка менән шөғөлләндем, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай торғайным. Әсәйем минең ҡыҙыҡһыныуымды күреп, сәнғәт училищеһына барырға тәҡдим итте. Күренекле музыкант Мәсғүт Зәйнетдин улы Бәширов та беҙҙең күршебеҙ булды. Уларҙың өйөнән һәр ваҡыт йыр-моң ишетелә ине. Уның да беҙҙең ғаилә өсөн әһәмиәте булғандыр.
— Балаларығыҙ һеҙҙең юлығыҙҙы дауам итәме, әллә башҡа һөнәр һайланымы?
– Ике улым да стоматолог булып эшләй. Минең һөнәремде дауам итмәһәләр ҙә, эштәрен бик яраталар.
– Уҡыусылар менән ниндәй конкурстарҙа ҡатнашаһығыҙ? Талантлы йәш виртуоздар бармы?
– Уҡытыусы эше балаларҙың уңыштарынан беленә. Уҡыусылар һәләтле, береһен икенсеһе ҡабатламай. Улар араһында ҡаланың 8-се мәктәбендә белем алыусы Фёдор Венгилевских айырылып тора. Ул мәктәптә «4» һәм «5» билдәләренә өлгәшеүҙән тыш, музыка менән дә ихлас шөғөлләнә. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, бихисап дипломдар яуланы, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Мәҫәлән, «Музыкаль ер» мәҙәниәт-ара конкурсында — I дәрәжә лауреат, «Royal-2023» конкурсында II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Тағы ла әллә күпме ҡаҙаныштарын һанап китергә мөмкин булыр ине. Ул – республика Башлығы стипендиаты ла.
— Нисә йәштән фортепианола уйнай башлау яҡшыраҡ тип уйлайһығыҙ?
— Был һорауға һәр остаздың үҙ яуабы барҙыр. Минең уйлауымса, биш-алты йәштә башлау мөмкин, өс йәштән уйнай башлағандар ҙа бар. Әммә иң яҡшыһы – ете-һигеҙ йәш.
— Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Роза Йәмил ҡыҙы. Һеҙгә ижади уңыштар теләйбеҙ, музыканың тылсымлы донъяһы тормошоғоҙҙа мәңгегә ҡалһын!


Аделина Шәмсиева,
Камила Мөхәмәтова.

"Уҡыусыларым менән ғорурланам"
"Уҡыусыларым менән ғорурланам"
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: