Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Октябрь 2023, 09:00

Грантҡа эйә булдылар

Ҡортлокүл урта мәктәбендә йәш уҡытыусылар эшләүе ҡыуандыра, ә ғаилә парҙары булыуы бигерәк тә һөйөнөслө. Был изге һөнәргә бар булмышын бағышлаған Резида һәм Рәсил Камаловтар нәҡ шундайҙарҙан.

Грантҡа эйә булдылар
Грантҡа эйә булдылар

Нефтекама ҡалаһында тыуып үҫкән Резида Филарис ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, ауыл мәктәбендә эшләргә ҡарар итә. Әлбиттә, быға уның кейәүгә сығыуы ла сәбәпсе булғандыр. 2015 йылда ул Ҡариҙел районы Дәүеш ауылы егете Рәсил Илгиз улы менән сәстәрен-сәскә бәйләй һәм Дәүеш ауылына ҡайтып төпләнә. Резида Филарис ҡыҙы Ҡортлокүл урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай һәм яратҡан һөнәренә мөкиббән бирелә. Ижади ҡарашлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы мәктәптә һигеҙенсе йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары араһында ихтирам яулай.
Резида Филарис ҡыҙы балаларҙы ғына уҡытмай, үҙе лә даими уҡый. Класы һәм шәхсән һәр уҡыусы менән нисек уртаҡ тел табырға, нисек итеп балаларҙа Тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләргә тигән һорауға яуап эҙләй. Уның девизы: ”Яҡшы уҡытыусы булыр өсөн үҙең уҡытҡан фәнде һәм уҡыусыларҙы яратырға кәрәк”.
Йәш уҡытыусы мәктәпте тамамлаусыларға остаз булып тора. 2022 йылда Резида Камалова “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында һөнәри оҫталығын һынай. Ә быйыл иһә Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар конкурсында ҡатнашты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына эйә булды.
Ҡортлокүл мәктәбендә Резида Филарис ҡыҙының тормош иптәше Рәсил Илгиз улы ла эшләй. Ул да үҙ эшенә яуаплы ҡарай.
— Тәүге һөнәрем буйынса мин иҡтисадсы булһам да, ҡатынымдың нисек итеп көн дә дәртләнеп, илһамланып дәрескә әҙерләнеүе мине лә был һөнәргә ылыҡтырҙы. Әкренләп уға дәрестәргә әҙерләнергә, презентациялар эшләргә ярҙам иттем. Мәктәп директорының хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары булып эшкә урынлаштым һәм Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалына информатика уҡытыусыһы белгеслеге буйынса уҡырға индем. Шулай тура килде, һуңғы йыл уҡыған 2022 йылда мәктәптә информатика уҡытыусыһы кәрәк булды һәм мине эшкә алдылар. Тормошомдо уҡытыусы һөнәре менән бәйләүемә бер ҙә үкенмәйем, балалар менән эшләү миңә бик оҡшай, — ти йәш белгес.
Рәсил Илгиз улы бер йыл эшләү ваҡытында төрлө конкурстарҙа һәм сараларҙа ҡатнашып, һөнәри оҫталығын күрһәтеп тә өлгөрә. Ул да, тормош иптәше һымаҡ, грант алыуға ирешә.

Гөлнара Солтанова. 

Ҡариҙел районы.

Грантҡа эйә булдылар
Грантҡа эйә булдылар
Автор:
Читайте нас: