Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2023, 10:35

690 мең һумлыҡ грантты кемдәр ала?

Башҡортостанда ауылда эшләгән 150 йәш уҡытыусының һәр береһенә республика етәксеһенең 690 мең һумлыҡ гранты тапшырыла.

Башҡортостанда ауылда эшләгән 150 йәш уҡытыусының һәр береһенә республика етәксеһенең 690 мең һумлыҡ гранты тапшырыла. Республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ошондай ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Грантҡа рус теле, әҙәбиәт һәм география уҡытыусыһы Эльвира Әүхәҙиева, математика һәм информатика уҡытыусыһы Илшат Арыҫланов, башланғыс кластар уҡытыусыһы Резеда Гиранова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Эдуард Еремеев, информатика уҡытыусыһы Ангелина Селиванова һәм башҡалар лайыҡ булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, грантҡа ике йыл дауамында 15 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдарҙың дөйөм белем биреү ойошмаларында эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Автор:
Читайте нас: