Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2023, 09:49

Тәжрибәле педагог, талапсан етәксе

Йәүһәрә Ғаян ҡыҙы Ғәлиева бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған

Тәжрибәле педагог, талапсан етәксе
Тәжрибәле педагог, талапсан етәксе

Йәүһәрә Ғаян ҡыҙы Ғәлиева Ҡариҙел ауылында билдәле етәкселәрҙең береһе. Ул 1988 йылдан алып Ҡариҙел ауылының 4-се балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй. Тап шул ваҡытта яңы төҙөлөп ятҡан Йәштәр биҫтәһенең “бала саҡ иле” үҙ ишектәрен аса ла инде. Шунан бирле Йәүһәрә Ғаян ҡыҙы уның алыштырғыһыҙ етәксеһе. Төбәгебеҙҙең мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында ул иң абруйлыларҙан һанала. Хәҙер инде уға балалар баҡсаһы менән идаралыҡ итеү вазифа түгел, ә тотош йәшәү рәүешенә әйләнгән.

Йәүһәрә Ғәлиева – Салауат районының Ҡалмакүл ауылы ҡыҙы. Хеҙмәт юлын Байҡы балалар баҡсаһында башлай. Бөрө педагогия институтында махсус белем ала. 1985-2004 йылдарҙа Йәүһәрә Ғаян ҡыҙы ошо ауыл балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй. 2004 йылда тәжрибәле етәксене Ҡариҙел ауылының 4-се балалар баҡсаһына мөдир итеп күсерәләр. Ошо дәүер эсендә күпме ата-әсә сабыйын бында алып килгән. Үҙҙәре тәрбиәләнеп сыҡҡан балалар инде ейән-ейәнсәрҙәрен Йәүһәрә Ғаян ҡыҙы Ғәлиева етәкселек иткән балалар баҡсаһына алып килә. Сөнки улар сабыйҙарының тыныс мөхиттә тәрбиә алыуын, күпме яҡшылыҡҡа, аң-белемгә өйрәтеүҙәрен яҡшы аңлай. Ысынлап та, тәү ҡарашҡа тыныс холоҡло, шул уҡ ваҡытта талапсан, мөләйем йөҙлө ханым һәр эш көнөн “бала саҡ илен” иртәнге байҡауҙан башлай. Төркөмдәр буйлап йөрөгәндә Йәүһәрә Ғаян ҡыҙы иҙәндәрҙең таҙалығын, уйынсыҡтарҙың тәртиптә булыуын, хеҙмәттәштәренең ниндәй кейемдә килеүен, ашнаҡсыларҙың бешергән аштарын — барыһын да ҡарап сыға. Балаларҙың эшмәкәрлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмай. Уның үткер ҡарашына ниндәйҙер етешһеҙлек осраһа, урында ғына һис бер низағһыҙ хәл ителә.
Етәксе булыу еңел түгел: иң элек үҙеңә, һине уратып алғандарға талапсан, ғәҙел, яуаплы һәм намыҫлы булыу икеләтә бурыстар өҫтәй. Йәүһәрә Ғаян ҡыҙы уҡытыусы ла, остаз да, психолог та, менеджер, иҡтисадсы ла, утын-һыуын, йылылығын, таҙалығын күҙәтеп тороусы хужа ла. Уның оло йөрәгендә һәр кем өсөн урын бар. Кем генә кәңәш һорап килһә лә, береһен дә кире бороп ебәрмәй ул. Киреһенсә, яҡшы мөғәлләмәлә булып, шатландырып ебәрә, уның янынан күтәренке кәйеф менән йүнәләһең.
Ваҡыт үҙ даръяһында аға бирә, ныҡышмал етәксегә күпме тарихи ваҡиғалар кисерергә тура килә. Йәштәр биҫтәһе үҫкәндән-үҫеп, ҙурайып киткәс, балалар һаны ла арта, шул сәбәпле балалар баҡсаһы ҡыҫыҡ була. Район етәкселеге алдында тиҙ арала икенсе бинаға күсенеү мәсьәләһе ҡалҡа. Урындағы уҡыусылар өсөн яңы өс ҡатлы белем усағы төҙөлгәс, мәктәп бинаһы балалар баҡсаһына тапшырыла. 2019 йылда бында ҙур капиталь ремонт уҙа. Йәүһәрә Ғаян ҡыҙы үҙенең ныҡлы командаһы – хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр менән уны ла лайыҡлы үткәреп ебәрә.
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте, тиҙәр. Йәүһәрә Ғаян ҡыҙының эшмәкәрлеге район хакимиәте, мәғариф бүлеге, Мәғариф министрлығы иғтибарынан ситтә ҡалмай. Төрлө йылдарҙа алынған Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары бихисап уның. Шулай ҙа араһында иң лайыҡлыһы бар: “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” наградаһы ул. Йәүһәрә Ғаян ҡыҙы уға педагогик, методик һәм остазлыҡ эшмәкәрлеге өсөн лайыҡ була.
Быйыл, Уҡытыусы һәм остаз йылында, Ҡариҙел ауылының 4-се балалар баҡсаһы коллективының мәктәпкәсә белем биреүгә ҙур көс һалыуын бәйән итмәһәк, яҙыҡ булыр ине. Ысынлап та, инде нисәмә йылдар Йәүһәрә Ғаян ҡыҙы етәкләгән был балалар баҡсаһы төрлө методик ултырыштар, оҫталыҡ дәрестәрен үткәреү майҙансығы булып тора. Шулай уҡ икенсе йыл инде бында башҡорт телен өйрәнеү буйынса полилингваль төркөм булдырылған.
Йәүһәрә Ғаян ҡыҙын райондаштары шулай уҡ сәләмәт тормош алып барыусы ханым булараҡ та белә. Ул сәйәхәт итергә бик ярата, барыһына ла “хәрәкәттә — бәрәкәт”, тип ихлас йылмая. Йәйгеһен Башҡортостан буйлап сәйәхәт ҡылды, Йүрүҙән йылғаһында һалда ағып ял итте. Тормош иптәше Рәмил Ғәлихан улы менән Төркиә, Кипр, Мысыр, Израил, Таиландта булып ҡайтҡан.
Күптән түгел “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы буйынса Йәүһәрә Ғаян ҡыҙы Белоруссияға барып ҡайта. Башҡортостандан барыһы 50 кеше, шуларҙың туғыҙы Ҡариҙелдән була. “Самолет менән барып төшөүгә беҙҙе аэропортта Татьяна исемле гид ҡаршы алды. Ул беҙҙе төрлө иҫтәлекле урындарға алып барып, бай мәғлүмәт еткерҙе. Минскиҙа Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа музейҙар менән таныштыҡ. Үҙенсәлекле һарайҙарға бай ҡала Несвияжела ла булдыҡ. Был сәйәхәт миңә бик оҡшаны. Яңы көс-дәрт алып, файҙалы мәғлүмәт туплап ҡайттым. Был сәфәрҙе ойоштороусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт”, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Йәүһәрә Ғаян ҡыҙы.
Әйткәндәй, тормош иптәше Рәмил Ғәлихан улы менән 40 йыл бергә татыу йәшәйҙәр. Улар Рауил һәм Гөлнара исемле ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп, үҙ аллы тормош юлына баҫтырған. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре – Ғәлиевтарҙың оло ғорурлығы. Тырыш ғаилә мул итеп баҡса үҫтерергә әүәҫ. Улар йыл һайын алма, крыжовник, груша, слива, ҡурай еләге, виноград, ҡарағат үҫтереп, мул уңыш ала.
Шулай уҡ уңған етәксебеҙ үҙен ҡул оҫтаһы итеп тә танытты. Ябай салфеткаларҙан алып күлдәк, юбка, кофта кеүек ҙур әйберҙәрҙе лә үҙе бәйләй.
Йәүһәрә Ғаян ҡыҙының дәрт-дарманы бының менән генә сикләнмәй, үҙенең коллективы менән Ҡариҙел күп функциялы ауыл клубында “Сөмбөл” вокаль ҡатын-ҡыҙҙар түңәрәгендә лә ҡатнашырға өлгөрә. Шуға ла улар төрлө мәҙәни сараларҙың үҙәгендә була. Ә инде сәхнәлә ҡанаттарын нығытҡас, оло уңыштары өсөн коллективтары "халыҡ" исемен яуланы.
Шундай талантлы шәхесебеҙ менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ. Йәүһәрә Ғаян ҡыҙын һөнәри байрамы менән ҡотлап, уға иҫәнлек-һаулыҡ, дәрт-дарманының һүрелмәүен теләйбеҙ.

 

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Тәжрибәле педагог, талапсан етәксе
Тәжрибәле педагог, талапсан етәксе
Тәжрибәле педагог, талапсан етәксе
Тәжрибәле педагог, талапсан етәксе
Автор:
Читайте нас: