Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2023, 08:58

Бала күңеленең белгесе

 Хөрмәтле тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡлы көндәр,  сабырлыҡ, кескәйҙәрегеҙ үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандырып ҡына торһон!

Бала күңеленең белгесе
Бала күңеленең белгесе

Бала күңеленең белгесе

Баланың мәктәпкәсә осоро – бик яуаплы, мөһим мәл. Нәҡ ошо осорҙа ул шәхес булып формалаша, уның донъяны танып-белеү һәләте үҫешә. Шуға ла Асҡын ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында эшләүсе тәжрибәле тәрбиәсе Хәфизә Идғарт ҡыҙы Ғимранова үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарап, бар тырышлығын һала.

— Эшемде яратам. Көн һайын балаларға иғтибар, күңел йылыһы биреп, кескәйҙәрҙе төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ. Күпме бала – шунса холоҡ. Минең уртансылар төркөмөнә 21 бала йөрөй. Шуға күрә уларға яраҡлашырға, айырым бер шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һалырға кәрәк, — ти Хәфизә Ғимранова.
Хәфизә Идғарт ҡыҙы Солтанбәк ауылында тыуып үҫә. Ҡашҡа урта мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын Солтанбәк мәктәбендә пионервожатый булып башлай. Яңы йылдан һуң йәш ҡыҙға 1-се класты ла ышанып тапшыралар. Бер йылдан һуң, Хәфизә Идғарт ҡыҙы Мәсәғүт педучилищеһына мәктәпкәсә белем биреү бүлегенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алған йәш белгесте Ҡашҡа ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһына тәрбиәсе итеп эшкә ебәрәләр. Бирелә бер йыл эшләгәндән һуң, Хәфизә апай Солтанбәк ауылы егете Дарвил Мөжтәбә улына кейәүгә сыға. Йәштәр Асҡын ауылына килеп төпләнә. Мөхәббәт емештәре булып улдары Вилнар, Динар, ҡыҙҙары Алһыу тыуа. Улар инде күптән үҫеп, һөнәр үҙләштергән. Улдары иһә үҙ тиңдәрен табып, ғаилә ҡорған. Өлкәндәре Вилнар ғаиләһе менән Санкт-Петербургта, ә Динар Свердловск өлкәһендә йәшәй. Алһыу Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында 4-се курста уҡый.
Хәфизә Идғарт ҡыҙы баш көллө яратҡан һөнәренә сума. Асҡын 2-се балалар баҡсаһында 20 йыл эшләгәндән һуң, “Ҡояшҡай”ға күсә. Бирелә һигеҙ йыл балалар тәрбиәләй. Тәрбиәсе ярҙамсыһы Рәмилә Имаммөхәмәт ҡыҙы Фәрәхетдинова менән берлектә эш методикаһы ҡатмарлы, талаптар юғары булыуға ҡарамаҫтан, алдарына ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығырға һәм көтөлгән һөҙөмтәләргә ирешергә тырыша.
— Коллективыбыҙ бик талантлы, балаларға белем нигеҙҙәрен һалып ҡына ҡалмайынса, календарҙағы байрам даталарына арнап һәм бынан тыш, төрлө ҡыҙыҡлы саралар уйлап табып уҙғарабыҙ. Төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ла ҡатнашып торабыҙ.
Уртансылар төркөмө булараҡ, егермешәр минут математика, тирә-яҡты өйрәнеү, һүрәт төшөрөү, физик культура, музыка, телмәр үҫтереү, аппликация буйынса ойошҡан рәүештә белем биреү эшмәкәрлеге ойошторабыҙ. Уларҙа тирә-йүнгә, тәбиғәткә, тереклеккә һаҡсыл ҡараш, хеҙмәткә һөйөү, ата-әсәгә, дуҫтарға хөрмәт кеүек бик күп ыңғай һыҙаттар тәрбиәләйбеҙ, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәр тураһында һөйләйбеҙ. Улар менән әкиәттәр уҡыйбыҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ, саф һауа һуларға сығабыҙ.
Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Улар менән берлектә төрлө саралар үткәрәбеҙ. Өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнашалар, һәр саҡ ярҙамсыл, аңлаусан ата-әсәләргә ҙур рәхмәтлемен, — ти оло ихтирамға лайыҡ тәрбиәсе.
Ғаиләһе менән дә бәхетле Хәфизә Ғимранова. Балаларына һөйөклө әсәй булһа, әлегә берҙән-бер ейәне Әмиргә яратҡан өләсәй ҙә ул. 33 йыл татыу ғүмер иткән тормош иптәше менән ҡорған донъялары ла матур. Уңған хужабикә үҫтергән йәшелсә-емештәренән әлеге мәлдә төрлө тоҙланмалар, салаттар әҙерләү менән мәшғүл.
Хәфизә апайға ғаиләһе менән артабан да берҙәм, татыу ғүмер кисерергә яҙһын, еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, сабырлыҡ, һөҙөмтәле эш теләйбеҙ.


Наилә Имаева.
Асҡын районы.

Бала күңеленең белгесе
Бала күңеленең белгесе
Бала күңеленең белгесе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: