Һәр йылдағыса район хакимиәте, мәғариф бүлеге, ЮХХДИ һәм полиция вәкилдәренән торған махсус комиссия мәктәптәрҙең һәм балалар баҡсаларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе.
«Комиссия мәктәптәрҙә һәр уҡыу кабинетын, балалар баҡсаларындағы һәр бүлмәне ентекләп ҡараны. Уларҙың эске биҙәлешен, парта-ултырғыстарҙың, шкафтарҙың төҙөклөгөн дә күҙ уңынан үткәрҙе. Төп иғтибар балалар именлеген һаҡлауға бирелде. Полиция хеҙмәткәрҙәре мәктәпкә илткән юлдарҙың хәүефһеҙлеген тикшерҙе. Мәғариф учреждениеларының янғын хәүефһеҙлеге — мөһим талаптарҙың береһе. Шуға күрә, ошо йүнәлештә ҡағиҙәләр һәм нормалар үтәлешенә, янғын сигнализацияларының, хәбәр итеү, видеокүҙәтеү системаларының төҙөклөгөнә, эвакуациялау юлдарының ҡаршылыҡтарһыҙ булыуына төп иғтибар бүленде», – тине район мәғариф бүлеге начальниғы Илдус Наил улы Мостафин.
Комиссия шулай уҡ мәғариф учреждениеларының кадрҙар менән тәьмин ителешен барланы. Район мәктәптәрендә математика, сит телдәр уҡытыусыларына ихтыяж бар.
Яңы уҡыу йылына әҙерлек һөҙөмтәләре район педагогтарының август кәңәшмәһендә иғлан ителәсәк.
Районыбыҙҙа барлығы 12 мәктәп, ете филиал, дүрт балалар баҡсаһы, һигеҙ мәктәпкәсә төркөм, ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы бар.
Быйылғы йәйҙә мәктәптәргә капиталь ремонт ҡағылманы, шулай ҙа ҡайһы берҙәре өлөшләтә булһа ла яңырыш кисерҙе. Комиссия мәктәптәрҙең туҡланыу блоктарын айырыуса ентекләп тикшерҙе, сөнки балаларҙың сәләмәтлеге тәү сиратта дөрөҫ һәм сифатлы туҡланыуға бәйле.
Ғөмүмән, белем биреү учреждениелары санитар һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирә. Етәкселәре ышандырыуынса, тикшереү барышында асыҡланған етешһеҙлектәр яңы уҡыу йылы башланғанға тиклем бөтөрөләсәк.
Гөлназ Ханова.