8-11 августа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева етәкселегендәге комиссия һәр йылдағыса белем усаҡтарының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерә. Комиссия составында район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры урынбаҫары Рөстәм Әбдрәхимов, бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор, полицияның өлкән лейтенанты Әлфиә Низаева үҙ эшен башҡара.
Комиссия бөгөн Ҡыйғаҙы, Петропавловка, Иҫке Ҡаҙансы, Ҡышлауйылға, Яңы Ҡаҙансы ауылдарындағы мәғариф учреждениеларын ҡарай.
“ Төп иғтибар балалар именлеген һаҡлауға бирелә. Мәғариф учреждениеларының янғын хәүефһеҙлеге — мөһим талаптарҙың береһе. Шуға күрә, ошо йүнәлештә ҡағиҙәләрҙе һәм нормаларҙы үтәлешенә, янғын сигнализацияларының, хәбәр итеү, видеокүҙәтеү системаларының төҙөклөгөнә, эвакуациялау юлдарының ҡаршылыҡтарһыҙ булыуына төп иғтибар бүленде.
Тикшереү барышында туҡландырыу мәсьәләһенең нисек ойошторолоуы ла, медицина талаптары үтәләше лә, спорт залдарының йыһазландырылыуы, мәктәп яны участкалары ла күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Белем биреү учреждениеларына талаптар күп төрлө, хатта террорға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын да тикшерәбеҙ.
Яңы уҡыу йылына әҙерлек һөҙөмтәләре район педагогтарының август кәңәшмәһендә иғлан ителәсәк.
Айырым етешһеҙлектәргә килгәндә, ҡайһы бер белем биреү учреждениеларына иҫкәрмәләр яһалды”, — тине комиссия ағзалары.
Мәғариф учреждениелары етәкселәре үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе асып һалды. Район мәктәптәрендә математика, физика, рус теле уҡытыусыларына ихтыяж бар.
Наилә Имаева.