Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Июль 2023, 11:05

Һау бул, абруйлы уҡыу йорто!

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты башҡорт-рус бүлегенең 13 сығарылыш студенты ике профилле белем алып, оло тормош юлына аяҡ баҫты.

Һау бул, абруйлы уҡыу йорто!
Һау бул, абруйлы уҡыу йорто!

Аҡыллы, белемле егет һәм ҡыҙҙар биш йыл эсендә белем алып ҡына ҡалманы, ә тормошта үҙҙәрен табырға, рухи яҡтан ныҡ булырға, дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәнде.
Сығарылыш студенттары араһында үҙҙәрен уҡытыусы итеп күргәндәре лә бар. Балаларға башҡорт йәки рус телен өйрәтмәкселәр. Гөлнара Сәмиғуллина үҙенең тыуған яғы Хәйбулла районында педагогик эшмәкәрлеген башлаған да инде. Ул киләсәктә лә райондың мәғариф системаһында эшләргә уйлай.
“Мин алдағы көндәрҙә укыуымды дауам итергә уйлайым. Биш йыл Бөрө филиалында белем алыуыма бик шатмын, үҙем өсөн ҡәҙерле дуҫтар һәм иң яҡшы уҡытыусылар менән таныштым. Бында алған белемем һәм һәләтем бер ҡасан да юғалмаҫ, тип ышанам”, – ти Тәтешле районынан Нәргиз Зарипов.
Миләүшә Хизабетдинова ла Нәргиздең һүҙен хуплай: “Университетта биш йыл уҡыу миндә тәртип, сыҙамлыҡ кеүек сифаттарҙы үҫтерҙе. Шулай уҡ мин ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым, яңы дуҫтар таптым. Беҙҙе уҡытҡан уҡытыусыларға биргән белемдәре өсөн рәхмәтлемен. Артабан мин магистратураға уҡырға инергә һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге өлкәһендә эшләргә теләйем”, – ти ул.
Уҡыуҙарын магистратурала дауам итергә теләүселәр күп был төркөмдә. Сөнки алға барыусы йәштәр төплөрәк белемдең юлдары ла киңерәк икәнен яҡшы төшөнә.
Кейәүгә сығып, бәләкәстәре менән уҡыуҙы тамамлаған ҡыҙҙар ҙа булды был төркөмдә. «V курстың сентябрь айында әсәй булдым, йәш бала менан укыуы ауыр булыуға ҡарамаҫтан, башлаған эшемде һуңғы аҙымда ташламайым, уҡыуымды тамамлайым тип, үҙемә һүҙ бирҙем. Хеҙмәт юлымды мәктәптә башларға ниәт итәм”, – ти Илзидә Ғөбәйҙуллина.
Ниәттәрегеҙ изге, студенттар. Аҡ юл һеҙгә!

 

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

Һау бул, абруйлы уҡыу йорто!
Һау бул, абруйлы уҡыу йорто!
Автор: Зимфира Нартдинова
Читайте нас