Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
5 Апрель 2023, 09:00

Тырыш, телһөйәр егет

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия менән бүләкләнде

Тырыш,  телһөйәр егетТырыш,  телһөйәр егет
Тырыш, телһөйәр егет

Өфө Фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт, Сит (инглиз) тел” профиле буйынса белем алыусы III курс студенты Илшат Ҡазыханов Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге махсус премия менән бүләкләнде.
Илшат – уҡыу алдынғыһы, башҡорт халҡының тарихы, әҙәбиәте һәм теле менән ҡыҙыҡһына, фән һәм публицистика менән шөғөлләнә. Факультеттың “Башҡорт журналистикаһы” түңәрәге ағзаһы булараҡ, уҡыу йортоноң яңылыҡтарын махсус сайтта ваҡытында еткереп тора. Уның исеме алты районға таратылыусы “Йәнтөйәк” район-ара ижтимағи-сәйәси гәзитен алдырыусыларға ла яҡшы таныш. Ҡалала һәм райондағы хәл-ваҡиғаларҙы Бөрө битендә яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнаша тырыш егет.
Илшатҡа исемле стипендияның сертификаты Уҡыу советы ултырышында тантаналы шарттарҙа тапшырылды.

Ғәлиә Ғәниева.

Тырыш,  телһөйәр егет
Тырыш, телһөйәр егет
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас