Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Март 2023, 09:00

Тәжрибә уртаҡлашып, фекер алыштылар

Ҡайраҡ урта мәктәбендә башҡорт һәм татар теле уҡытыусыларының район методик берекмәһе ултырышы үтте.   

Тәжрибә уртаҡлашып, фекер алыштылар
Тәжрибә уртаҡлашып, фекер алыштылар

Мари мәктәбендә башҡорт телен уҡытыу яҡшы ойошторолған. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар асыҡ дәрестәр ҡарап, тәжрибә уртаҡлашты.
Асыҡ дәрестәрҙе Ирсай мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Нәсәбетдинова менән Тынбай мәктәбе уҡытыусыһы Серафима Яндоғошова күрһәтте. Айгөл Ринат ҡыҙының 5-се класта уҙғарылған “Тыуған көн. Фаҡиһа Туғыҙбаева” тигән дәресе уҡытыусылар тарафынан юғары баһаланды. Серафима Александровнаның 7-се класта «Дуҫтарым күп. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр» тигән темаға дәресе тәрбиәүи юҫыҡта ойошторолғайны. Уҡыусылар “Нимә ул дуҫлыҡ?”, “Ысын дуҫ ниндәй булырға тейеш?” һорауҙарына яуап эҙләне, әңгәмә ҡорҙо. Артабан ҡунаҡтар иғтибарына “Башҡорт телен өйрәнәм” исемле кластан тыш сара тәҡдим ителде. Сара-уйында 3-сө һәм 4-се класс уҡыусылары ҡатнашты.
Ҡайраҡ мәктәбе уҡытыусыһы Резеда Ростов ҡыҙы Шәрифйәнова “Тирмә”, “Бал ҡорттары”, “Аҡ-тирәк, күк-тирәк” уйындарын ойошторҙо. Уҡыусылар уйындарҙа ҡыҙыҡһынып, әүҙем ҡатнашты. Улар башҡорт телендә йомаҡтар систе, йырланы, бейене.
Уҡытыусы һәм остаз йылы  сиктәрендә Мишкә 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Хәсәнова һәм Иштебай ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Дәүләтгәрәева тәжрибә бүлешеп, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Лилиә Мәүлитйән ҡыҙы 5-се класта “Йорт. Урал” дәресен нисек уңышлы үткәреү, ниндәй ысулдар, методтар ҡулланыу серҙәре менән бүлеште. Уның дәресендә илһөйәрлек тәрбиәләү темаһы ҡыҙыл еп булып үтте. Айгөл Дәүләтгәрәева дәресен “Башҡорт (дәүләт) теле дәрестәрен уҡытыу ысулдары һәм алымдары” темаһына бағышланы. Ул башҡорт теле дәрестәренең сифатын күтәреүҙә иң уңышлы эш алымдары һәм ысулдары тураһында һөйләне.
Артабан уҡытыусылар түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Уны район методик кабинеты етәксеһе Ирина Көсөкбаева алып барҙы. Бергәләп үткәрелгән дәрестәр, кластан тыш сара буйынса әңгәмәләштеләр, анализ яһанылар, булған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында фекер алыштылар.
Район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе урынбаҫары Лилиә Хәсәнова “Аҡбуҙат” балалар журналы менән берлектә уҙғарылған Шәйехзада Бабич шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсына йомғаҡ яһаны. Еңеүселәргә дипломдар тапшырҙы. Быйылғы йылда конкурста районыбыҙ уҡыусылары ғына түгел, Сибай, Өфө ҡалаларынан, Ауырғазы районынан да ҡатнашыусылар булды. Конкурста Мишкә районының 2-се Мишкә мәктәбе уҡыусыһы Розалия Халикова менән М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусыһы Әмирә Билалова еңеү яуланы.
Туған тел һағында тороусыларҙың методик берекмәһе ултырышы бик һөҙөмтәе үтте. Уҡытыусылар педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.

 

Лилиә ХӘСӘНОВА.

 

 

Тәжрибә уртаҡлашып, фекер алыштылар
Тәжрибә уртаҡлашып, фекер алыштылар
Тәжрибә уртаҡлашып, фекер алыштылар
Тәжрибә уртаҡлашып, фекер алыштылар
Тәжрибә уртаҡлашып, фекер алыштылар
Тәжрибә уртаҡлашып, фекер алыштылар
Автор:
Читайте нас: