Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Февраль 2023, 15:13

2023 йылда ҡайһы райондарҙа полилингваль мәктәптәр барлыҡҡа киләсәк?

 В 2023 йылда Хәйбулла һәм Учалы райондарында ике яңы полилингваль мәктәп асыу планлаштырыла.

2023 йылда ҡайһы райондарҙа полилингваль мәктәптәр барлыҡҡа киләсәк?
2023 йылда ҡайһы райондарҙа полилингваль мәктәптәр барлыҡҡа киләсәк?

  Ә Мишкә районы менән Сибай ҡалаһында капиталь төҙөкләндереүҙән һуң ике белем усағын полилингваль мәктәп итеп үҙгәртеү күҙаллана.   Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һөйләне.  

Уның әйтеүенсә, бөгөнгө көндә республикала 4 полилингваль мәктәп эшләй. Башҡортостан башлығы Указына ярашлы, 2024 йылға тиклем  тағы 12 ошондай мәктәп асылырға тейеш.   

  2024 йылда Әбйәлил районы Асҡар ауылының «Восточный – 1» ҡасабаһында балалар баҡсаһы менән бергә полилингваль мәктәп-интернат асыу  һәм Яңы Тәтешле ауылындағы урта мәктәпте удмурт теленә өйрәнеүсе күп профилле полилингваль мәктәп итеп үҙгәртеү күҙаллана.   Бынан тыш, Белорет районы Инйәр ауылының 2-с мәктәбенең филиалы булған Уҫманғәле урта мәктәбе базаһында республика полилингваль белем биреү үҙәген булдырыу планлаштырыла.      2025 – 2026 йылдарҙа Асҡын, баймаҡ, Бишбүләк, Дүртөйлө, Туймазы, Салауат, Ишембай, Иглин райондарында ошондай уҡ мәктәптәр ашыу планға алынған.  Шулай уҡ ҡайһы бер мәктәптәрҙә полилингваль калстар асыласаҡ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-02-27/2023-yylda-ay-y-rayondar-a-polilingval-m-kt-pt-r-barly-a-kil-s-k-3158410
2023 йылда ҡайһы райондарҙа полилингваль мәктәптәр барлыҡҡа киләсәк?
2023 йылда ҡайһы райондарҙа полилингваль мәктәптәр барлыҡҡа киләсәк?
Автор:
Читайте нас: