Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Февраль 2023, 09:43

Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды

Балтас район Мәҙәниәт һарайында исемле йылдарға старт бирелде.

Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды
Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды

Белеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, быйылғы 2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы булараҡ үтә.

Башҡортостанда иһә 2023 йыл Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр һәм  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән  Фән һәм мәғрифәт  йылы тип нарыҡланды.

Балтас район Мәҙәниәт һарайында исемле йылдарға старт бирелде.

Тантанала  мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.  Район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, мәғәриф бүлеге начальнигы Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы Шәймөхәмәтова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Флидә Фаҡай ҡыҙы Ғәлиева,  Башҡортостан  Башлығы грантын яулаған инглиз теле уҡытыусыһы Светлана Роберт ҡыҙы  Сафиуллина һәм муниципаль район Советы секретары Рәсих Фәйзелҡәүи улы Әҡбәров сығыш яһап, байрам   менән ҡотланы.

Байрам сиктәрендә  әле генә үткән "Йыл уҡытыусыһы- 2023" район бәйгеһенең еңеүселәре тәбрикләнде.

Сара Мәҙәниәт һарайы артистары, ансамблдәре ҡатнашлығында байрам  концерты менән тамамланды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды
Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды
Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды
Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды
Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды
Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: