Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Февраль 2023, 14:21

Уҡытыусылар әҙерләүсе педагог

Лидиә Камил ҡыҙы тырыш хеҙмәте менән хөрмәт һәм абруй яулаған

Уҡытыусылар  әҙерләүсе педагог
Уҡытыусылар әҙерләүсе педагог

Фәнде үҫтергән кешеләр киләсәк тормошобоҙға ышаныс өҫтәй, ҡатмарлы төшөнсәләрҙе ябайлаштырырға ярҙам итә. Шундай замандаштарыбыҙҙың береһе — тормошо ябай кешеләрҙән бер ҙә айырылмаған, ләкин киләсәк быуын тәрбиәләүҙә һәм фәнде үҫтереүҙә күп көс һалған педагогия фәндәре кандидаты Лидиә Камил ҡыҙы Хәмиҙуллина.
Бына инде 30 йылдан ашыу Лидиә Камил ҡыҙы уҡытыусылар әҙерләү буйынса ҙур көс һала. Ул 1971 йылдың 25 апрелендә Ҡариҙел районы Хисаметдин ауылында күп балалы ғаиләлә төпсөк ҡыҙ булып донъяға килә. Атаһы Камил Ғата улы менән әсәһе Хәтимә Лотфулла ҡыҙы дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, бәләкәй саҡтан уҡ уларҙа хеҙмәткә, китапҡа һөйөү уята.
Ғаилә башлығы 30 йылдан ашыу почта элемтәһе бүлексәһе начальнигы булып эшләй, шуға күрә Лидиә Камил ҡыҙы бәләкәй саҡтан уҡ гәзит-журналдарҙы уҡып, уларҙы ҡәҙерләп үҫә. Ә атаһы, ҡыҙының журналистика менән ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, бөтә республика матбуғаты менән бер рәттән, “Журналист” исемле мәртәбәле журналға яҙыла.
Өй һалып, матур ғына донъя көткәндә Хисаметдин ауылы перспективалы ауыл иҫәбенән төшөрөлә һәм 1983 йылда ғаилә Ҡортлокүл ауылына күсенә. Унда ла яңы йорт һалып сығалар.
Лидиә Камил ҡыҙы 1988 йылда Ҡортлокүл урта мәктәбен тамамлап, Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. 1993 йылда ҡулына диплом ала.
Студент саҡта Лидиә Камил кыҙы Марсель Исмәғил улы Ғарипов етәкселегендә педагогика дисциплинаһынан курс эштәре һәм сығарылыш квалификация эшен яҙа. Уҡыуын тамамлағас, йәш мөғәллимәгә педагогика кафедраһында эшләргә тәҡдим итәләр. Лидиә Камил ҡыҙы шул уҡ ваҡытта аспирантурала уҡыуын дауам итә һәм 1993 йылдан алып бөгөнгә тиклем педагогика, психология һәм социаль эш кафедраһында уңышлы эшләй. Лидиә Камил ҡыҙы «Дөйөм белем биреү мәктәбенең дөйөм педагогик процесында педагогик-социологик тикшеренеү» темаһы буйынса диссертация яҡлап, педагогия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. 2007 йылда педагогика кафедраһы доценты ғилми исеме бирелә. Лидиә Камил ҡыҙы үҙенең эшмәкәрлеген алған белемдәре менән генә сикләмәй, ә белемен төрлө квалификация үҫтереү курстарында камиллаштыра һәм тәрәнәйтә.
Лидиә Хәмиҙуллинаның педагогика өлкәһендәге ғилми хеҙмәттәренең дөйөм һаны 190-дан артып киткән, шул иҫәптән монография, уҡыу һәм уҡытыу-методик әсбаптары, рецензияланыусы ғилми баҫмаларҙа мәҡәләләре баҫылып сыҡҡан. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары араһында үткән төбәк, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. “Студенттарҙың – буласаҡ педагогтарҙың тикшеренеү компетентлығын формалаштырыу” фәнни эшмәкәрлеге темаһына ҙур көс һала. Шулай уҡ бакалаврҙарҙың һәм магистранттарҙың ғилми-тикшеренеү эшенә уңышлы етәкселек итә. Педагогика буйынса методист булараҡ, студенттарҙың уҡытыу-тәрбиә практикаһына етәкселек тә уның өҫтөндә. ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы социаль-гуманитар факультетының уҡытыу-методик комиссияһы рәйесе вазифаһын да башҡара Лидиә Камил ҡыҙы.
Киләсәк быуын тәрбиәләүсе педагог студенттарҙың һөнәри потенциалын үҫтереүсе сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Йыл һайын студенттарҙы педагогика буйынса интернет-олимпиадаға әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2022 йылда «Педагогика» дисциплинаһы буйынса асыҡ халыҡ-ара интернет-олимпиадала филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының 3-сө курс студенты Илнура Ғәлиева һуңғы турҙа уңышлы сығыш яһап, 1-се дәрәжә диплом һәм 1-се урын өсөн миҙал менән бүләкләнде.
ӨФһТУ-ның Бөрө филиалында белем алған 3-сө курс башҡорт-инглиз төркөмө студенттары ла уны ярата, хөрмәт итә. «Лидиә Камил ҡыҙының лекциялары ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс уҙа. Ул теманы еңел генә, тормоштан миҫал килтереп, аңлата белә. Беҙгә, буласаҡ уҡытыусыларға, Лидиә Камил ҡыҙы өлгө булып тора», – ти улар.
Фәндән һәм уҡытыуҙан тыш Лидиә Камил ҡыҙы өйҙә бар эшкә өлгөрә. Тормош иптәше Фәрит Ғәлиәкбәр улы менән ике ул үҫтерә. Ололары Илнур Өфө дәүләт нефть техник университеты тамамлап, әлеге ваҡытта һөнәре буйынса эшләй. Кесе улы Ринат Удмурт дәүләт аграр университетының 3-сө курс студенты.
Быйыл, белеүебеҙсә, илебеҙҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы иғлан ителде. Тәжрибәле педагогтың был мәртәбәле йыл тураһында үҙ фекере бар: Уҡытыусы йылы осраҡлы һайланмаған, тип уйлайым. Беренсенән, уҡытыусы һөнәре булды, бар һәм буласаҡ. Икенсенән, Уҡытыусы йылы бөйөк педагог Константин Дмитриевич Ушинскийҙың юбилей датаһы менән дә бәйле, шуға күрә беҙ остазыбыҙҙың традицияларын дауам итеп, илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәрен үҫтереү өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ”.


Илшат ҠАЗЫХАНОВ.

Уҡытыусылар  әҙерләүсе педагог
Уҡытыусылар әҙерләүсе педагог
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: