Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Февраль 2023, 10:29

Бөгөн — Рәсәй фәне көнө

Абруйлы шәхес, ғалим, етәксе Мансур Ғаян улы Лоғоманов 35 йыл ғүмерен фәнгә арнай

Бөгөн — Рәсәй фәне көнө
Бөгөн — Рәсәй фәне көнө

Районыбыҙ үҙенең фән кандидаттары, ғилми хеҙмәткәрҙәре булыуы менән ғорурлана. Ябай ауыл мәктәптәрендә уҡып сығып, бөгөн фәнни-тикшеренеү эштәре менән мауығып, төрлө асыштар яһаған шәхестәребеҙҙең береһе — Мансур Ғаян улы Лоғоманов.
Мансур Ғаян улы Яугилде ауылында тыуып үҫкән. Уның атаһы – Ғаян Лоғоман улы – башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондын тулыландырған олуғ яҙыусыларыбыҙҙың береһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, арҙаҡлы педагог. Әсәһе – Ғәлимә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы башланғыс кластар уҡыта. Бына шундай педагогтар ғаиләһендә Фәнис ағаһы, Флүзә апаһынан һуң өсөнсө бала булып тыуа мәҡәләбеҙ геройы. Уҡытыусы ғаиләһе һәр ваҡыт гәзит-журналдарға бай була. Кистәрен шул баҫмаларға күмелеп, атаһының, ағаһы Фәнистең ижадын тыңлап ултырыуҙарын бөгөнгөләй асыҡ хәтерләй ул. Эйе, атаһы ла, ағаһы ла яҙыусы булғас, уларға эйәреп кескәй Мансур ҙа ҡәләм тибрәтеп ҡарай. Ул саҡта уҡ Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы булған Ғаян Лоҡманов улының физика-математика фәндәре менән ҡыҙыҡһыныуын тойомлай һәм шул юл менән барырға кәңәш бирә.
— Ошо фәнгә ылыҡтырған Яугилде, Байҡыбаш мәктәптәре уҡытыусыларына ныҡ рәхмәтлемен, Интернетһыҙ, заманса технологиялар булмаған саҡта, шундай төплө белем бирҙеләр. Тыуған мәктәбемдәге Хәсим Мөхитов, Фәтих Суфияров ағайҙарҙы, Байҡыбаш урта мәктәбендә уҡытҡан Ғәлинур Ниғмәтйәнов, Тәлғәт Ишкилдиев ағайҙарҙы оло ихтирам менән иҫкә алам. Уҡыған саҡта һайлаған фәнем буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, беренсе урындар яулап килдем. Баш ҡалаға килеп, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеүе әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы, — тип хәтер йомғаҡтарын һүтә Мансур Ғаян улы.
Студент йылдары шаулап-гөрләп уҙып та китә. Бындағы остаздары Мансурҙың һәләтен белеп, фән юлы менән барырға өгөтләй һәм аспирантураға ҡалдыра. Бер юлы Өфөлә геофизика ғилми-тикшеренеү институтында хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙҙан аспирантыбыҙ Мәскәү ядро геофизикаһы тикшеренеү институтында диссертацияһын яҡлай. Кандидатлыҡ эшен яҡлағансы Мансур Ғаян улы 23 фәнни хеҙмәт яҙа, туғыҙ уйлап табыуға авторлыҡ патенты менән сығыш яһай. Улар нефть-газ эшкәртеү буйынса төрлө фәнни-публицистик баҫмаларҙа донъя күрә. Хәҙер иһә ул 130-ҙан артыҡ шундай фәнни хеҙмәт авторы. Эш дәүерендә ул ябай инженерҙан башлап ғилми хеҙмәткәр, директор, ректор дәрәжәһенә тиклем үрләй. Был ваҡытҡа инде ул эшләгән коллектив ныҡлы ойошоп, нефть-газ быраулау буйынса ҙур уңыштарға ирешә. Уларҙың приборҙары, станциялары эре нефть-газ компаниялары тарафынан ҡулланыла башлай. 2014 йылда Мансур Ғаян улы “Геотехсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштора.
— Беҙҙең коллективта 100-ҙән ашыу кеше эшләй. Шуларҙың 30-ға яҡынын программистар, конструкторҙар, уйлап табыусылар тәшкил итә. 50-нән ашыу кешебеҙ интеллектуаль сервис күрһәтә, төрлө компаниялар менән төҙөлгән килешеү буйынса станцияларҙы урынлаштырып, быраулау ваҡытында контроль тикшереүҙәр үткәрә. Беҙҙең станциялар быраулау һәм нефть сығарыу процесында геологик тикшеренеүҙәр үткәреүгә тәғәйенләнгән. Йәғни компьютер экранына ҡарап быраулау, нефть-газ табыу ваҡытында тәрәнлекте, төрлө тау тоҡомдарын, уның составын һәм башҡа геологик мәғлүмәттәр белеп була, — тип үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы Мансур Ғаян улы.
Улар уйлап тапҡан приборҙар, станциялар Рәсәй киңлектәренән тыш сит илдәрҙә лә һынау үткән, шуға ла “Геотехсервис” хеҙмәткәрҙәре һис ҡасан ҡул ҡаушырып ултырмай.
Әйткәндәй, яҡташыбыҙ бынан 15-20 йыл элек тыуған ауылы Яугилделә геологик разведкалау эштәрендә әүҙем ҡатнаша, шуға ла йәнтөйәгенең тау тоҡомдарын яҡшы белә. Яңыраҡ уларҙың ойошмаһына Асҡын районының Бейәүәш ауылы янындағы ятҡылыҡтарҙы быраулау буйынса мөрәжәғәт итәләр, декабрь-ғинуар айҙарында “Геотехсервис” хеҙмәткәрҙәре шунда маҡсатлы эштәр алып бара.
Мансур Ғаян улын Өфөләге нефть-техник университетында ла йыш осратып була. Унда студенттарҙың сығарылыш имтиханында, диплом эштәрен баһалау комиссияһында ҡатнаша. Бындай остазлыҡ эшмәкәрлегендә Мансур Ғаян улы Ҡариҙел районы студенттары менән дә осраша.
— Тыуған ауылымдан бер егет геофизика факультетында уҡыны, бик тырыш булды, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы, — ти ғорурлыҡ менән.
Техник фәндәр кандидаты, Рәсәйҙең маҡтаулы нефтсеһе, А.Е. Ферсман исемендәге “Геологиялағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән райондашыбыҙ тыуған яҡтарында ла көтөп алынған ҡунаҡ. Атаһы Ғаян Лоғоман улы Лоҡмановтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән әҙәби премия булдырылған. Ул уның йыл һайын бағыусыһы булып килә. 15 йыл дәүерендә районыбыҙ яҙыусы-шағирҙары, тыуған яҡты өйрәнеүселәре, тарихсылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ғаян Лоҡманов исемендәге премияға лайыҡ була. Ғәҙәттә, премия олуғ яҙыусыбыҙҙың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән сараларҙа тапшырыла. Бындай саҡтарҙа арҙаҡлы яҡташыбыҙ ғаиләһе менән ҡайта. Уның тормош иптәше Рәмилә Муса ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ билдәле. Шуға ла туған телгә һәм әҙәбиәткә булған һөйөү-ихтирам Лоғомановтар ғаиләһендә алғы планға ҡуйылған. Ҡыҙҙары Айгөл, улдары Азат уларҙы күптән бәхетле олатай һәм өләсәй иткән. Айгөл — химия, Азат геофизика буйынса юғары белем алып, атайҙары юлын һайлаған. Быйыл улар ғәзиздәре Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы матур итеп үткәрергә әҙерләнә. Бер үк ваҡытта Яугилделә матур ауыл клубын һәм китапхананы берләштергән яңы мәҙәниәт усағы асылыуға ныҡ шатланалар. Сөнки Ғаян Лоғоман улы сәләмәтлеге ҡаҡшағас, уҡытыусылыҡ эшен ҡалдырып, китапханаға күсергә мәжбүр була. Ә ул китапхана ауылдаштары өсөн бик бәләкәй була. Яңы бинала уның мөйөшө булдырылыуы ла Лоғомановтар ғаиләһе өсөн генә түгел, тотош район халҡы өсөн оло ғорурлыҡ. Мансур Ғаян улы ауылдаштарының шатлығын уртаҡлашып, клубҡа бильярд өҫтәле бүләк итә. Бына шулай, йәнтөйәгенән илһам-дәрт алып, фән күгендә матур йондоҙ булып балҡый Мансур Лоғоманов.

 

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Бөгөн — Рәсәй фәне көнө
Бөгөн — Рәсәй фәне көнө
Бөгөн — Рәсәй фәне көнө
Бөгөн — Рәсәй фәне көнө
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: