Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2023, 10:13

Киләсәктә дипломат буласаҡ

Тулыраҡ: 

Киләсәктә дипломат  буласаҡ
Киләсәктә дипломат буласаҡ

Диана Шакирова Ҡариҙел 1-се урта мәктәбен 2019 йылда алтын миҙалға тамамлаған. Ныҡышмал ҡыҙ Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшыра. Дианаға бик күп юғары уҡыу йорттарының бюджет бүлегенә ишектәр асыҡ булһа ла, ул Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының халыҡ-ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетын һайлай. Райондашыбыҙҙың теләге тап ошо юҫыҡта була. Диана киләсәктә юғары дәүләт органдарында, экспорт менән шөғөлләнеүсе Рәсәй кампанияларында, ҡеүәтле фирмаларҙың һәм банктарҙың халыҡ-ара, төбәк-ара селтәрҙәрендә һәм башҡа ошондай өлкәләрҙә эшләй аласаҡ. Бында инглиз, француз, ҡытай һәм немец телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Белем эстәүе бик ауыр булһа ла, 1-се курсты тик “5” билдәләренә генә тамамлай. Өлгөлө уҡыуы өсөн уға факультет етәкселеге Почет грамотаһы тапшыра. Әле ул 2-cе курста. Диана менән бергә сит илдәрҙән килгән студенттар ҙа уҡый, араларында негрҙар ҙа бар. Уҡыу йортонда барған студент тормошо менән ҡайнап йәшәй ул. Иң-иңдәрҙе йыш ҡына халыҡ-ара конгрестарға, күргәҙмәләргә ирекмәндәр сифатында алып баралар. Бындай саралар буласаҡ дипломаттарға практик майҙансыҡтар булып тора. Диана Рөстәм ҡыҙы шундай урындарҙа булып өлгөргән дә инде. Халыҡ шағиры Р. Ниғмәтиҙең билдәле шиғырынан: “Һеҙ менәсәк фәндәр тауы бик бейек һәм бик текә, уның үренә тырыштар ғына етә” тигән юлдар тап Дианаға тура килә. Ҡыҙыбыҙҙың бар уй-хыялдары тормошҡа ашһын, имтихандарын еңел тапшырыуын теләйек. Студент йылдары бары тик матур хәтирәләргә бай булһын!

Гөлнара Солтанова.

Киләсәктә дипломат  буласаҡ
Киләсәктә дипломат буласаҡ
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: