Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2023, 09:38

“Ижад зыян итмәй уҡыуға”

Тулыраҡ: 

“Ижад зыян итмәй уҡыуға”
“Ижад зыян итмәй уҡыуға”

Айрас Рәдис улы Хәбибйәнов – Тәтешле районы Беләш ауылы егете. Бала саҡтан һүрәт төшөрөү менән ҡыҙыҡһына. Бындай оҫталыҡ апайҙарында ла бар. Уларға ҡарап беренсе тапҡыр ҡулына бумала тота.
Башта дәрестәрҙән буш ваҡытта ғына яратҡан шөғөлөнә тотонһа, дистанцион уҡыуға күскәс, бушыраҡ мәлдәр тағы ла күбәйеп, һүрәт төшөрөү хоббиға әүерелә. Һәләтле егет Бөрөгә уҡырға ингәс, 1-се курстың йәйенән үк вожатыйҙар мәктәбендә эшләй. Балалар лагерында рәссам кәрәк булғанлыҡтан, Айрас та үҙ мөмкинлеген юғалтмай. Ул барыһын да үҙенең һүрәттәре, ысынға бәрәбәр мультфильм геройҙары менән хайран ҡалдыра, ә иң мөһиме: баһалап бөткөһөҙ тәжрибә ала.
Рәсем төшөрөү өсөн буяу, ватман кеүек кәрәк-яраҡтар ҙа ҡиммәт. Шуға күрә студентҡа күберәк заказ буйынса эшләргә тура килә, күп кеше уға мөрәжәғәт итә башлаған да инде. Башлыса яҡындарының тыуған көндәренә портреттар, үҙҙәренең фоторәсемдәрен эшләргә заказ бирәләр. Нисек кенә булмаһын, рәсем уға кинәнес килтерә. “Ижад сабырлыҡ талап итә, ни тиклем оҙаҡ эшләһәң, шул тиклем матурыраҡ, сағыуыраҡ сыға”, – ти ул.
Һүрәт төшөрөүҙән тыш Айрас шиғырҙар ҙа яҙа. Тиккә генә филология факультетында уҡымай бит! Күбеһенсә рус телендә яҙа. Матурлыҡҡа ғашиҡ егет лирик стилде үҙ итә. Мөхәббәт, Тыуған ил тураһындағы шиғырҙары тәрән мәғәнәгә эйә.
Төркөмдәштәренең һәр береһенең тыуған көнөн уларға бағышлап яҙған шиғырҙары менән тәбрикләүҙе матур традицияға индергән ул. Хәҙер инде башҡорт теле, башҡорт әҙәбиәте һәм башҡорт фольклоры менән ныҡлап таныша башлаған егет туған телендә лә ижад итергә тырыша.


Юлай Хәйруллин.

“Ижад зыян итмәй уҡыуға”
“Ижад зыян итмәй уҡыуға”
“Ижад зыян итмәй уҡыуға”
“Ижад зыян итмәй уҡыуға”
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: