Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2023, 15:43

Бейей-бейей оҫтара

Тулыраҡ: 

Бейей-бейей оҫтара
Бейей-бейей оҫтара

Камила Исламова Ҡариҙел 2-се урта мәктәбендә уҡыған сағында уҡ район Мәҙәниәт һарайының данлыҡлы “Йәшлек” бейеү ансамблендә шөғөлләнде. Солист булараҡ, тамашасылар уның күп кенә бейеүҙәрен яратып өлгөргән. Ансамбль составында Камила республика, күрше Татарстан, Сочи ҡалаларында конкурстарҙа ҡатнашып, “йәшлектәр” менән бергә юғары һөҙөмтәләргә иреште. Шулай ҙа уның күңелендәге иң хәтирәлеһе — “Байыҡ” телевизион конкурсы. Камила бында бер нисә тапҡыр ҡатнашты, һәр саҡ призлы урындарға лайыҡ булды. Былтыр мәктәпте уңышлы тамамлағас, аптырып торманы. Күңеле ҡушыуы буйынса документтарын М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетының хореография бүлегенә илтеп тапшырҙы. Махсус комиссия уның бейеүен оҡшатты, ҡыҙ студент булып китте. Был ваҡиғаға ата-әсәһенән тыш, Камиланың остазы, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы Мөнирова ла ифрат шатланды, ғорурланды. Бейеүсе бейей-бейей оҫтара тигән һүҙҙәр кем тарафынан әйтелгәндер, Камила ла хореография сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан, яңынан-яңы үрҙәргә артыла. Университеттың мәҙәни сараларынан тыш, ул баш ҡала кимәлендә лә төрлө концерттарҙа сығыш яһарға өлгөрә. Быға тиклем студентыбыҙ башҡорт, татар, рус, мари халыҡ бейеүҙәрен яратып башҡарһа, факультеттың программаһы буйынса әлеге ваҡытта классик бейеүҙәр өйрәнә. Һәм был уға бик оҡшай.
2-се курс студенты мәктәп осоронан уҡ спорт менән дә бик мауыҡты, беҙ уны баскетболсы булараҡ та беләбеҙ. Һығылмалылыҡ, төҙ, күркәм буй-һын, етеҙ хәрәкәттәр, тәбиғәттән килгән мөләйемлек, сихри ҡараштар, көләс йөҙ, матур йылмайыу Камилала тап бейеүсе сифаттары булып һалынған. Киләсәктә уны районыбыҙҙың бейеү сәнғәте үҫешендә тап итербеҙ, тип өмөтләнәбеҙ.


Гөлнара Солтанова.
Ҡариҙел районы.

Бейей-бейей оҫтара
Бейей-бейей оҫтара
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: