Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Ғинуар 2023, 09:21

Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды

Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды

Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды
Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды

Белеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, быйылғы 2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы булараҡ үтә. Был ҡарар – уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйыу менән бер рәттән, ул башҡарған эштең әһәмиәтен аңлау һәм баһалау ҙа ул.

Кисә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Уҡытыусы һәм остаз йылын асыуға арналған сағыу сара үтте. Уның вуздың тыуған көнөндә үткәрелеүе тантанаға тағы ла нығыраҡ байрам рухы өҫтәне.

Кисәлә Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы Алексей Дербеко, БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Руслан Ханнанов, Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Әлибәков һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Алексей Дербеко сараға йыйылғандарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләне һәм Уҡытыусы һәм остаз йылы башланыу менән ҡотланы.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов үҙ сығышында уҡытыусы һөнәренең әһәмиәтенә, 56 йыллыҡ бай тарихҡа эйә вуздың педагогтар әҙерләү эшенә тос өлөш индереүенә баҫым яһаны.

- 56 йыл эсендә беҙҙең уҡыу йортон 60 меңдән ашыу белгес тамамланы, университет ҡеүәтле нигеҙгә эйә булды һәм ярайһы уҡ һөҙөмтәләргә өлгәште.

Барығыҙға ла хеҙмәтегеҙ, университетыбыҙ үҫешенә индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт белдерәм! Бөгөн беҙ Уҡытыусы һәм остаз йылына старт бирәбеҙ. Был уҡытыусының бөйөк роле, педагогтарҙың кәрәклеге хаҡында хәтергә төшөрөргә тағы ла бер сәбәп. Федераль кимәлдә лә, республика, муниципаль кимәлдә лә бик күп яҡшы ҡарарҙар ҡабул ителер, тип уйлайым. Уларҙы бөтә уҡытыусылар һәм уҡытыусылар йәмәғәтселеге матди йәһәттән дә, әхлаҡи яҡтан да хуплар, - тине Салауат Тәлғәт улы.

Байрам барышында Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарына Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәте стипендияларын тапшырыу тантанаһы үтте. Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның профессор-уҡытыусылар корпусы хеҙмәткәрҙәренә һәм вәкилдәренә Башҡортостан Республикаһы Башлығының, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың, БР Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары тапшырылды.

Концертты Аҡмулла университетының “Держава”, “Кружева”, “Грация”, “Страдл” кеүек ижади коллективтарының сығыштары биҙәне. Шулай уҡ был көндө Аҡмулла университетында бер нисә яңы майҙансыҡ асылды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2023-01-18/u-ytyusy-m-ostaz-yyly-asyldy-3110618

Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды
Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды
Автор:
Читайте нас: