Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
16 Ғинуар 2023, 05:31

Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән

бара тырыш, ижади ҡарашлы уҡытыусы Гөлнара Ғарипова

Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менәнМаҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән
Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән

Уҡытыусы эше иң хөрмәтле, шул уҡ ваҡытта иң ҡатлаулы һөнәрҙәрҙең береһе булып ҡала. Тәжрибәңде яңы ғына үҙ аллы тормошка аяҡ баҫҡан йәш быуынға тапшыра белеү – ул талант.
Гөлнара Зөфәр ҡыҙы бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланһа ла, был һөнәргә урау юлдар аша килә. Екатеринбургта тыуған ҡыҙ Яңауыл ҡалаһында үҫә. Атаһы ғүмер буйы “Нефаз” заводында водитель булып эшләй, ә әсәһе мәктәптә иҙән йыуа. Гөлнара ҡыҙыҡһыныусан бала булып үҫә. Ата-әсәһе бик тырыш, эш һөйөүсән кешеләр була, балаларын өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, яҡындары тураһында хәстәрлек күрергә өйрәтеп үҫтерәләр.
Мәктәптә ул яҡшы билдәләргә генә уҡый. Артабан Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында белем ала. 2010 йылда уҡыу йортон тамамлағас, йәш белгес Яңауыл ҡалаһына ҡайта һәм Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән «Яңауыл таңдары» гәзите редакцияһында йүнәлтмә буйынса хеҙмәт юлын башлай. Бирелә ваҡытлыса эш урыны булғанлыҡтан, ике йылдан һуң туған мәктәбендә секретарь булып урынлаша. Бер йыл эшләгәндән һуң, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһына күсә. Яңауыл ҡалаһының ике спорт мәктәбе һәм «Тулҡын» бассейны берләштерелгәс, ул спорт комплексы методисы булып китә.
“Сорғот ҡалаһында ла йәшәргә тура килде. Унда хеҙмәт юлымды музыка колледжында уҡытыу бүлеге методисы булып дауам иттем, — ти Гөлнара Зөфәр ҡыҙы. — Төрлө өлкәлә эшләп ҡарау үҙ-үҙемә ышанысымды арттырҙы. Спорт, музыка өлкәһендә белем биреүҙә тәжрибә тупланым. Минең башланғыстарымды хуплап, үҙ көсөмә ышанырға ярҙам иткән, дәртләндергән кешеләргә рәхмәтлемен”.
Нисек кенә тырышып эшләһә лә, Гөлнара Зөфәр ҡыҙының күңеле тыуған яғына тартыла. 2019 йылда туған мәктәбенә ҡайта. Директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләп йөрөһә лә, Гөлнара Ғарипованы балалыҡ хыялы һәм маҡсаты бер ҡасан да ташламай.
“Хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашырға булдым. Борай районының Ҡайынлыҡ мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы вазифаһына документтар тапшырҙым, — ти Гөлнара Зөфәр ҡыҙы. — Ошо программа буйынса үтеүемде белгәс, шатлығымдың сиге булманы. Маҡсатыма ирештем. Эш күп һәм ныҡышмалылыҡ талап итә, әммә һөнәремә һәм балаларға булған һөйөү барыһына ла өлгөрөргә булышыр”.
Гөлнара Зөфәр ҡыҙы һәр саҡ белемен камиллаштырырға тырыша: «мәғарифта менеджмент», «тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы», «кадрҙар эшен башҡарыу нигеҙҙәре» белгеслектәре буйынса ҡайтанан әҙерлек үтеп, таныҡлыҡ ала.
Әле Гөлнара Ғарипованың рәхәтләнеп, баш көллө эшкә сумған сағы. Донъяһы ла етеш. Ире вахта ысулы менән эшләй. Улдары Ҡайынлыҡ ауылындағы балалар баҡсаһына йөрөй. Йәш уҡытыусыға алға ҡуйған маҡсаттарына ҡыйыу барырға, яңы үрҙәргә ынтылырға ғына ҡала.

Гөлназ Ханова.

Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән
Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән
Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас