Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
7 Ғинуар 2023, 04:00

Үҙ һөнәренә ғашиҡтар

Уҡытыусылар династияһын ышаныслы дауам итәләр

Үҙ һөнәренә ғашиҡтарҮҙ һөнәренә ғашиҡтар
Үҙ һөнәренә ғашиҡтар

Хәҙерге заманда уҡытыусы булып эшләү күп көс, сабырлыҡ, фиҙаҡәрлек, төплө белемеңде даими камиллаштырыуҙы төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙы талап итә. Уҡытыусылар династияһын ышаныслы дауам итеүсе Ридаль Ғәскәров тап шундай сифаттарға эйә.

Ғәскәровтарҙың уҡытыусылар династияһы тамырҙары менән алыҫ 19-сы быуатҡа барып тоташа. “Шишмә башы" булып Ғәбделхаҡ Ғарифулла улы Ғарифуллин тора. Заманаһы өсөн тәрән белемле, киң күңелле, йомарт кеше һәм барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер шәхес булып ҡалған ул халыҡ хәтерендә. Ә революциянан һуңғы йылдарҙа уның балалары ла үҙҙәрен уҡытыусы һөнәренә бағышлай. Оло ҡыҙы Мөьминә Ғәбделхаҡова, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, йәсле курстарында белем алып, балалар баҡсаһында эшләй. Ә уның ағалары Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Бөрө ҡалаһындағы уҡытыусылар институтын тамамлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә эшләгән. Әхүәс Ғәбделхаҡов — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уның бик күп орден-миҙалдары бар. Тормош иптәше Фәйхүнә Таһирова ла башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән. Икенсе ағаһы Лотфулла Ғәбделхаҡов уҡытыусы ғына түгел, спортсы ла була. Республика һәм ил буйынса уҙған ярыштарҙа ҙур ҡаҙаныштарға эйә. Тормош иптәше Нина Ниғмәтйән ҡыҙы сит телдәр уҡытыусыһы булып эшләгән.
— Ҡустым менән минең өсөн иң төп уҡытыусы әсәйебеҙ Алия Ғәскәрова булды. Ғилемле, баҫалҡы, талапсан һәм ғәҙел уҡытыусы ине, — ти мәҡәлә геройының апаһы Айгөл Ғабдрахманова. — Хәҙер ул хаҡлы ялда.
Алия Ғәскәрова 80-се йылдарҙа Ҡурас урта мәктәбендә 20 йәшендә педагогик хеҙмәт юлын башлай. Артабан район мәктәптәрендә тел белгесе, шулай уҡ Көнтүгеш урта мәктәбендә бер нисә йыл директорҙың уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Уңыштары ла байтаҡ уның. «Иң яҡшы класс етәксеһе» конкурсында ҡатнашып, «Перспектива һәм илһам» номинацияһында еңеүсе була. Уҡыусылары район һәм республика күләмендә үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға ирешә. Әгәр ҙә уҡытыусы хеҙмәте уҡыусыларында дауам итеп яҡшы һөҙөмтә бирә икән, унан да оло бәхет юҡтыр.
Хәҙер инде Алия Мөтағар ҡыҙы хаҡлы ялда, сәскәләр үҫтерергә ярата, баҡса ҡарай, шулай уҡ ейәндәрен тәрбиәләшә. Минең үҙемә лә Штәнде урта мәктәбендә Алия апай Ғәскәрова уҡыусыһы булыу бәхете тейҙе. Асыҡ күңелле, үҙ фәне өсөн янып торған Алия апайҙы хөрмәт итә инек. Уның дәрестәре гел үҙенсәлекле, фәһемле үтте. Рус теленең һәм әҙәбиәтенең матурлығын, ҡөҙрәтен аңларға, уны яратырға өйрәтте.
— Мин нисек уҡытыусы булып киттем? Бәләкәй саҡтан башлап дуҫтарым менән «мәктәп» кеүек уйындар уйнарға яраттым. Әсәйемдең ҡыҙыл ручкаһы менән "уҡыусыларымдың" дәфтәренә билдәләр ҡуйыу бик оҡшай ине. Минең дә үҫеп шулай балалар менән эшләгем килде, — ти Айгөл Ғабдрахманова. – 2005 йылда Бөрө педагогия академияһының филология факультетына уҡырға индем. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Уразай урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ эш башланым. Хәҙерге ваҡытта Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбендә эшләйем.
Айгөл Ғабдрахманованың уңыштары ла бихисап: «Иң яҡшы класс етәксеһе» конкурсында ҡатнашып, «Йәшлек һәм перспектива» номинацияһында еңеүсе була, 2018 йылда Өфө ҡалаһында үткән «Педагог-вокалистар» конкурсында 3-сө урын яулай. Шул уҡ йылда «Йәш килен» республика конкурсында 2-се урынға лайыҡ була, 2021 йылда рус теле һәм әҙәбиәте буйынса «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының район этабында еңеп, республика этабында дипломант була.
Ҡустыһы Ридаль Ғәскәров та ғүмерен уҡытыусы һөнәре менән бәйләй. "Уҡытыусы булып ҡына эшләмәйем, был минең йәшәү рәүешем. Минеңсә, балалар менән эшләү – ҙур бәхет. Улар ғына ысын күңелдән ярата, шул яратыуҙары менән уҡытыусыға ҡанат ҡуя, илһамландыра, ышаныс тыуҙыра", — ти ул.
Штәнде урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының социаль-гуманитар факультетына юллана. Уҡыу осоронда юғары стипендия ала, өс тапҡыр Президент стипендиаты була. Республика юғары уҡыу йорттары студенттары араһында үткән олимпиадаларҙа призлы урындар ала. Шулай уҡ ике тапҡыр БСТ каналында «КЛИО» телевизион интеллектуаль уйынында ла ҡатнаша. Уҡыу менән бер рәттән Бөрө ҡалаһының «Өмөт» халыҡ театр-фольклор студияһында әүҙем шөғөлләнә. Бихисап республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты һәм дипломанты ла ул. «Студент яҙы», «Гәлсәр һандуғас» кеүек бәйгеләрҙә һәләтле егетте бәрхәт баритон тип атайҙар.
Артабан белемен арттырыу өсөн Өфөгә магистратураға уҡырға инә. Был осорҙа фәнни журналдарҙа мәҡәләләре лә донъя күрә. Шулай уҡ һәләтле егет халыҡ-ара фәнни конференцияларҙа ҡатнаша. Магистратурала уҡыу менән бер рәттән Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбендә тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы булып эш башлай. Әлеге ваҡытта ул аспирантурала ла уҡый.
Ридаль Ғәскәров мәктәптә ике йыл эшләү дәүерендә ҙур һөҙөмтәләргә ирешә. Уның уҡыусылары олимпиада призерҙары, район һәм республика күләмендә үткән конкурстарҙа еңеүсе булды. Йәштәр инициативаларын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн мәктәп һәм район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Әле күптән түгел генә районда «Иң яҡшы педагогик династия» бәйгеһе үтте. Был матур сарала райондың төрлө мәктәптәренән һигеҙ династия вәкилдәре ҡатнашты. Улар үҙҙәренең уҡытыусы нәҫеле, уның күренекле шәхестәре, тарихы һәм ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Әлеге бәйгелә Ғәскәровтар династияһы ла ҡатнашып, «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһында еңеүсе тип танылды. Үҙ һөнәрҙәрен ысын күңелдән яратып эшләгән уҡытыусылар династияһына һоҡланмай мөмкин түгел.

Фирғәт Нәбиуллин.

Үҙ һөнәренә ғашиҡтар
Үҙ һөнәренә ғашиҡтар
Автор:
Читайте нас