Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Октябрь 2022, 09:00

Уҡытыусы һәләте тәбиғәттән килә

Туған телде һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереүгә Тәфкиә Риф ҡыҙы ҙур өлөш индерә

Уҡытыусы һәләте тәбиғәттән килә
Уҡытыусы һәләте тәбиғәттән килә

Иҫке Аҡбүләк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәфкиә Риф ҡыҙы Хажиева күп йыллыҡ фиҙаҡәр һәм һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Тәфкиә Риф ҡыҙы Хәлил ауылы ҡыҙы, бала сағынан уҡытыусы булырға хыяллана. Башҡорт телендә йырҙар, әкиәттәр, риүәйәттәр, легендалар тыңлап, халыҡ уйындарын уйнап, ҡурай, ҡумыҙ моңдарын үҙ итеп, халыҡ бейеүҙәрен башҡарып үтә уның мәктәп йылдары. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Мажаралы студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Дипломлы белгес тыуған яғына ҡайтып, күрше Иҫке Аҡбүләк ауылы мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай һәм бына инде утыҙ йылға яҡын көн һайын шат йылмайып, үҙенең яратҡан эшенә ашыға. Уны һәр ваҡыт уҡыусылары көтөп ала. Ижади эшләүсе уҡытыусы етәкселегендә тотош класс башҡорт теле иленә — әҙәбиәт, шиғриәт, мәҙәниәт даръяһына сума.
Тәфкиә Риф ҡыҙы балаларға илһөйәрлек орлоғо һалыуҙа әүҙем эшләй, Ватанды, үҙ халҡыңдың тарихын, телен, тамырҙарын өйрәнергә дәртләндерә. Шуға ла уның дәрестәре мауыҡтырғыс, тәрбиәүи һыҙаттар менән һуғарылған була. “Үҙенән ут сәселеп тора” тиҙәр бындай педагогтар хаҡында. Ошо уттың осҡондары уҡыусыларына ла күсмәй ҡалманы. Талантлы уҡытыусының балалары ла бер-бер артлы төрлө конкурс-бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа алдынғылыҡты яулай. Тәфкиә Риф ҡыҙы төрлө йылдарҙа мәктәбе, районы данын яҡлаған еңеүсе уҡыусыларын һәр саҡ һағынып иҫкә ала, улар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Бер юлы үҙенең дә оҫталығы камиллаша, һөнәри конкурстарҙа ла ҡатнашырға өлгөрә. “Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында һөнәри оҫталығын һынап, ул “Халыҡ педагогикаһы” номинацияһында еңеүгә өлгәшә. Был педагогҡа яңы дәрт-дарман өҫтәй, тағы ла илһамланып эшкә сума. Хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр, уҡыусылар араһында ихтирам яулай, район сараларын башҡорт телендә алып барырға саҡыралар. Тәфкиә Риф ҡыҙы, үҙе лә һиҙмәҫтән, төрлө байрам-сараларға сценарийҙар яҙа башлай, уларҙы үҙе үк атҡарып та сыға. Шулай итеп, уны ауылдаштары, райондаштары оҫта ойоштороусы итеп тә танып ала. Хәҙер Тәфкиә Риф ҡыҙы оло хөрмәткә эйә бай тәжрибәле уҡытыусы, ултырыштарҙа үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, төрлө темаларға фәһемле сығыштар әҙерләй. Бер үк ваҡытта район кимәлендәге бәйгеләр, олимпиадаларҙы тикшереү комиссияһында ла ҡатнаша. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика кимәлендә яуланған иң күп урындар һаны Иҫке Аҡбүләк мәктәбенә тура килә. Был, әлбиттә, Тәфкиә Риф ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Һәләтле уҡытыусының уҡыусылары яулаған исемлекте теҙһәң, бер гәзит бите генә етмәй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған уҡыусылары ла юғары күрһәткестәре менән һөйөндөрөп тора.
Ғөмүмән, Тәфкиә Риф ҡыҙының педагогик эшмәкәрлеген Р. Ғариповтың билдәле шиғыр юлдарына оҡшатып була. Ысынлап та, ул тап тырыш бал ҡорто һымаҡ “халҡыбыҙҙың сәскә күңеленән ынйы йыя”, йыя ла кәрәҙ ҡоя. Кәрәҙҙәре инде уның башҡорт теле грамматикаһын, әҙәбиәт теорияһын ғына түгел, тормош һабаҡтарын үҙләштергән бихисап уҡыусылары.
Тәжрибәле уҡытыусы шәхси тормошта ла бар яҡтан да килгән уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсә. Ире Зөфәр Әҡсән улы менән улар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Яҡындарын Тәфкиә Риф ҡыҙы үҙенең ныҡлы ҡаяһы, тип иҫәпләй, сөнки өйҙә тулы гармония булғанда ғына эштәр ҙә гөрләп бара.
Телебеҙҙе һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү өлкәһендә Тәфкиә Риф ҡыҙының өлөшө ҙур. Уның күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән баһаланыуы уның педагогик оҫталығын тағы бер дәлилләне.


Алһыу Мөфтәхова.

Уҡытыусы һәләте тәбиғәттән килә
Уҡытыусы һәләте тәбиғәттән килә
Уҡытыусы һәләте тәбиғәттән килә
Автор:
Читайте нас: