Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Октябрь 2022, 12:23

Балтастар — республика форумында

Район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлнара Шәймөхәмәтова, Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе директоры Азамат Мәғзүмов, Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе психологы Руфина Субушева үҫмерҙәр менән бергә мөһим сарала ҡатнашты

Балтастар — республика форумында
Балтастар — республика форумында

Район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлнара Шәймөхәмәтова, Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе директоры Азамат Мәғзүмов, Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе психологы Руфина Субушева үҫмерҙәр менән бергә бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау мәсьәләләре буйынса “Профилактика. Хәүефһеҙлек. Балалар” тип аталған республика форумында ҡатнашты.

Балалар сарала үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе, ололар менән бергә “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашып, яңылышмаҫҡа, законға ҡаршы ғәмәлдәр ҡылмаҫҡа юлдар эҙләне. Үҫмерҙәр урамдағы, Интернет селтәрендәге ялған мәғлүмәттәргә эйәргәнсе өлкәндәр улар менән уртаҡ тел табып, барыһын да аңлатырға тейеш.

Ҡәҙерле ата-әсәләр һәм уҡытыусылар! Балалар менән аралашыуға күберәк ваҡыт бүлергә кәрәк. Уларҙың дөрөҫ һәм тура юлдан барыуы — беҙҙең ҡулда.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтастар — республика форумында
Балтастар — республика форумында
Балтастар — республика форумында
Балтастар — республика форумында
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: