Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Октябрь 2022, 09:12

Президент министрҙы бүләкләне

Яңы уңыштар, еңеүҙәр һеҙгә, Әминә Ивний ҡыҙы! #ВладимирПутин

Президент министрҙы бүләкләне
Президент министрҙы бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованы “Мәҙәниәттәге һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән наградланы. Дәүләт башлығы Указы тексы хоҡуҡи мәғлүмәттең интернет-порталына урынлаштырылған.

5 октябрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Әминә Шафиҡованың Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһында эшләүенә ун йыл булды. Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ихлас ҡушылабыҙ һәм Әминә Ивний ҡыҙына яңы уңыштар, артылыштар теләйбеҙ!

Фото: республика Мәҙәниәт министрлығының социаль селтәрҙәге төркөмө.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-10-20/prezident-ministr-y-b-l-kl-ne-2997315
Президент министрҙы бүләкләне
Президент министрҙы бүләкләне
Автор:
Читайте нас: