Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Октябрь 2022, 09:00

Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн

Илүзә Дауыт ҡыҙы Низамова дәүләт наградаһына лайыҡ булды

Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн
Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн

Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, унан йәм һәм ҡыуаныс алған Илүзә Дауыт ҡыҙы һөнәри байрамын оло шатлыҡ менән ҡаршыланы. Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сарала мәғариф өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн уға “Рәсәй Федерацияһы мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре” тигән исем бирелде.

Илүзә апай Балтас районы Усман ауылында Хәмдүнә һәм Дауытйән Вәлиевтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Тыуған ауылында өс йыл уҡып, 4-се класҡа Нөркә урта мәктәбенә бара. Бала саҡтан уҡытыусы булырға теләгән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға инә. Яратҡан һөнәре нескәлектәрен үҙләштереп, дипломлы белгес 1983 йылда Нөркә мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Бирелә ике йыл эшләгәндән һуң, Балтас урта мәктәбенә күсерелә.


Нөркә ауылы егете Мәдхәт Әсхәт улы менән ғаилә ҡороп, Балтаста гөрләтеп йәшәй башлайҙар. Тормоштарына йәм өҫтәп, бер ул һәм бер ҡыҙ донъяға килә.
Тырышып эшләп, әүҙем тормош менән ҡайнап, ваҡыт уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡала. Улдары Динар Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлап, район полиция бүлегендә начальник булып эшләй. Тормош иптәше Алһыу менән Тимур, Алина һәм Асҡарҙы үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Диләрә Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамланы. Ул да кейәүгә сығып, тормош иптәше менән Данэлия менән Данир исемле балалар үҫтерә.
Илүзә апай, үкенескә ҡаршы, туғыҙ йыл элек тормош иптәшен юғалта. Ауыр ҡайғыны ул яратҡан эше һәм балалары, яҡындары менән үткәреп, артабан йәшәргә көс таба.


Илүзә Дауыт ҡыҙы 40 йылға яҡын ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлай. Ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. Эшен ҙур яуаплылыҡ һәм намыҫ менән башҡарғаны өсөн хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр үҙен ихтирам итә. Уҡыусылары ла һәр саҡ көтөп ала яратҡан апайҙарын. Ошо йылдар эсендә бар күңел йылыһын, һөйөүен уҡыусыларына тигеҙ өләшкән уҡытыусы балаларҙы уҡырға, яҙырға өйрәтеп, уларҙың бар яҡлап һәләтен асып, кескәй йөрәктәренә илһөйәрлек, телһөйәрлек орлоҡтарын һалып, туғыҙ сығарылыш класын башланғыс мәктәп иленән оҙата. Уларҙың артабанғы уҡыуҙары, яҙмыштары менән дә һәр саҡ ҡыҙыҡһынып, хәлдәрен белеп тора.
– Мин тормошомдо балаларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым, улар шундай саф, шат, шаян, эскерһеҙ, — ти һәр уҡыусыһы өсөн өҙөлөп торған Илүзә Дауыт ҡыҙы. Баҡсасы гөл-баҡсаһында үҫкән сәскәләренә һоҡланғандай, ысын уҡытыусы ла үҙенең уҡыусылары менән ғорурлана. Ғорурланмаҫлыҡ та түгел шул! Илүзә Низамованың уҡыусылары өлгөр, тырыш, йыр-бейеүгә оҫта булыуҙары менән айырылып тора, кластан тыш сараларҙа, ярыштарҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Илүзә Дауыт ҡыҙы үҙе лә саңғы ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. 15 йыл рәттән мәктәп методик берекмәһен дә етәкләй тәжрибәле уҡытыусы.


Илүзә Дауыт ҡыҙы яҙмышынан бик ҡәнәғәт: ғаиләһе матур, хеҙмәте емешле. Ул хәстәрлекле әсәй, яғымлы ҡәйнә, ярҙамсыл өләсәй. Матурлыҡҡа ғашиҡ хужабикә сәскәләр үҫтерергә ярата. Ял көндәрендә бергәләп тыуған ауылы Усманға, әлеге ваҡытта яңғыҙы ғына (әсәһе Хәмдүнә Ғлимхан ҡыҙы 2014 йылда баҡыйлыҡҡа күсә) төшөнкөлөккә бирелмәй, тормош йөгөн тартҡан атаһы янына ҡайталар. Уға 92 йәш, хеҙмәт ветераны. Һөнәрҙәре күп була атаһының. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙенә йөкмәтелгәнде ҙур яуаплылыҡ һәм оҫталыҡ менән намыҫлы башҡара. Ауылдарында иң беренселәрҙән булып бал ҡорттары тота башлаған ул. Оло йәштә булһа ла, һаман да нәҙекәйбилдәренән айырыла алмай. Илүзә апай ҙа — шәп умартасы, һәр саҡ атаһына ярҙамлашып тора.


— Бәхетлемен. Ейән-ейәнсәрҙәрем – минең ҡыуанысым, гөл-баҡсам – минең йыуанысым, ә уҡыусыларым – минең бар тормошом, — ти Илүзә Дауыт ҡыҙы.

Зинфира Нәбиуллина

Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн
Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн
Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн
Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: