Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2022, 09:00

Заман менән бергә атлаусы уҡытыусы

педагогик эшмәкәрлегендәге уңыштары өсөн грантҡа эйә булды

Заман менән бергә атлаусы уҡытыусы
Заман менән бергә атлаусы уҡытыусы

Ҡояш кеүек балҡыған, һәр саҡ уҡыусыларының хәлен белеп, уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынған, шау-шыулы мәктәп мөхитенә ҡанатланып кереп китер өсөн көс-дәрт биргән Гөлназ Ансаф ҡыҙы Ғилфанованы балалар ғына түгел, хеҙмәттәштәре лә, ата-әсәләр ҙә, ауыл халҡы ла хөрмәт итә. Тәжрибәле уҡытыусы Борай 3-сө мәктәбендә эшләй.
Федераль белем биреү стандарттары буйынса мәктәптә йәмғиәт өсөн төрлө яҡлап үҫешкән, һәләтле шәхестәр тәрбиәләү күҙҙә тотола. Хәҙер башланғыс класс уҡытыусыһы уҡыусыны уҡырға, яҙырға, һанарға ғына өйрәтергә түгел, ә универсаль уҡыу күнекмәләре формалаштырырға, проект эшмәкәрлегенең эксперты, етәксеһе булырға ла тейеш. Ниндәй генә уҡыусы булмаһын, уҡытыусы һәр ваҡыт өмөт уятырға бурыслы.Сөнки кешегә иң яҡын дуҫ – өмөт, ә иң ҡурҡынысы – өмөтһөҙлөк. Әлеге өмөт сатҡылары уҡытыусының үҙенә лә һүнмәҫкә, ҡанатланып хеҙмәт итергә көс-дәрт бирә.
Гөлназ Ансаф ҡыҙы – 24 йыл хеҙмәт стажы булған педагог. “Бәләкәйҙән үк башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға теләнем. Минең өсөн тәүге остазым Дамира Мөхтәр ҡыҙы Саҙретдинова өлгө ине. Ул талапсан, етди, әммә ғәҙел уҡытыусы булды, һәр саҡ беҙҙең мәшәҡәттәр, проблемалар менән йәшәне, барыһына ла ярҙам итергә тырышты, һәр беребеҙ өсөн борсолдо, — ти Гөлназ Ансаф ҡыҙы. — Балалар менән эшләү – үҙе бер мөғжизәле донъя! Һәр көн эшкә килеүгә улар: “Һаумыһығыҙ!” – тип ҡаршы ала, ә ҡайтып киткәндә: “Һау булығыҙ!” – тип оҙатып ҡала. Балалар менән осрашҡас, күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек килә. Бөгөнгө заманда уҡыусының күңелен яулап алыу өсөн, уҡытыусының күңеле саф, шул уҡ ваҡытта бай һәм мауыҡтырғыс булырға тейеш. Бала күңеленә үтеп инеү, уларҙы тура юлға баҫтырыу, илһөйәр һәм телһөйәр итеп тәрбиәләү ҙур тырышлыҡ талап итә. Бала йөрәге һинең һәр бер һулышыңды тойоп, эшеңә һоҡланып йәшәй”.
Гөлназ Ғилфанова Борай ауылында тыуып үҫә. 1-се урта мәктәпте тамамлағас, Бөрө дәүләт педагогия институтында белем ала. 1998 йылда Ваныш-Алпауыт ауылының балалар баҡсаһында логопед булып хеҙмәт юлын башлай. Артабан тормош елдәре уны Нефтекама ҡалаһына алып китә. 2010 йылда Гөлназ Ансаф ҡыҙы үҙенең тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтып, Борай 3-сө урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша һәм бөгөнгәсә илһамланып хеҙмәт һала.
Тәжрибәле уҡытыусы һәр саҡ белемен камиллаштырып тора, уҡый, эҙләнә. Шуға ла Гөлназ Ансаф ҡыҙы район, республика, Рәсәй күләмендә үткән бәйгеләрҙә ҡатнашып, дәрәжәле урындарға лайыҡ була. 2019 йылда районда «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә ҡатнашып, призер була. Уҡыусыларының уңыштары ла бихисап. Олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулауҙары уҡытыусының тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе булып тора. Гөлназ Ансаф ҡыҙы башланғыс класс уҡытыусылары араһынан беренселәрҙән булып грант алды.
Гөлназ Ғилфанова — уңған хужабикә, оҫта баҡсасы ла. Уның ишек алдына инһәң, үҙеңде гөл-сәскәләр илендәгеләй хис итәһең. Бар ерҙә тәртип-таҙалыҡ хөкөм һөрә. Хәстәрлекле әсә лә үҙе. Тормош иптәше Әдис Рәшит улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Динар медицина университетының 2-се курсында уҡый. Ҡыҙҙары Динара быйыл мәктәпте тамамлай. Улар ҙа әсәләре кеүек асыҡ йөҙлө, ихтирамлы, тырыш.
“Мин үҙемде бик бәхетле тип һанайым: яратҡан эшем, ярҙамсыл хеҙмәттәштәрем, мине хөрмәт итеүсе уҡыусыларым һәм ата-әсәләр бар. Тимәк, уҡытыусы һөнәрен һайлап, бер ҙә яңылышмағанмын”, — ти Гөлназ Ғилфанова.

 

Гөлназ Ханова.

Заман менән бергә атлаусы уҡытыусы
Заман менән бергә атлаусы уҡытыусы
Заман менән бергә атлаусы уҡытыусы
Заман менән бергә атлаусы уҡытыусы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: