Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Сентябрь 2022, 16:00

Шайморатов класы уҡыусыларының махсус кейеме буласаҡ

Тулыраҡ:

Шайморатов класы уҡыусыларының махсус кейеме буласаҡ
Шайморатов класы уҡыусыларының махсус кейеме буласаҡ

Был балаларҙа илһөйәрлек рухын үҫтерергә булышлыҡ итәсәк.
1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә Шайморатов исемен йөрөткән 78 яңы класс асылды. Асҡын 2-се мәктәбендә лә 5-се В класы Шайморатов исемен йөрөтә. Эльмира Фәнис ҡыҙы Ғәйбәҙуллина етәкләгән класта 13 ҡыҙ һәм һигеҙ малай уҡый.
Тиҙҙән уларҙың да башҡалар һымаҡ махсус кейеме буласаҡ. Был кейемде уҡыусыларға Тәтешле районында уңышлы эшләп килгән “Хеҙмәт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тегә.
Бөгөн ошо йәмғиәт хеҙмәткәре, 40 йыл бирелә эшләгән кейем бесеүсе Фаина Ивановна Яфесова мәктәпкә килеп, уҡыусыларға кейемде кейҙереп, үлсәп ҡараны.
Йәмғиәт директоры Заһир Ғәфүрйән улы Фәметдинов әйтеүенсә, костюмдарҙы улар октябрь башына етештерәсәк. Ошондай костюмдарҙы улар Тәтешле районындағы Шайморатов класы уҡыусыларына ла тегеп биргән.
Йәмғиәттә һөнәренә тоғро, ҙур хеҙмәт стажына эйә тегеүселәр Хәлидә Фәметдинова, Тәнзилә Ғәтиәтова, Гөлсимә Вәлинурова эшләй. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған тегеүселәр Асҡын уҡыусыларын да тиҙҙән сағыу, сифатлы костюмдар менән һөйөндөрәсәк.

Наилә Имаева.

Шайморатов класы уҡыусыларының махсус кейеме буласаҡ
Шайморатов класы уҡыусыларының махсус кейеме буласаҡ
Шайморатов класы уҡыусыларының махсус кейеме буласаҡ
Шайморатов класы уҡыусыларының махсус кейеме буласаҡ
Шайморатов класы уҡыусыларының махсус кейеме буласаҡ
Шайморатов класы уҡыусыларының махсус кейеме буласаҡ
Шайморатов класы уҡыусыларының махсус кейеме буласаҡ
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: