

Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенә быйыл 22 уҡыусы килә. Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 9 малай һәм ҡыҙға бөгөн мәктәптә портфелдәр тапшырылды. Уларҙың эсендә барлыҡ кәнсә тауарҙары һалынған. Мәктәп директоры Альфрит Хәсән улы Вагизов сара барышында һәр балаға тырышып белем алыуҙарын теләне. Мәктәп формаһында ата-әсәләре менән килгән балалар бик шатландылар. Буласаҡ тәүге уҡытыусылары менән фотоға төштөләр. Байрамға әйләнгән саранан ҡәнәғәт ҡалып таралыштылар.
Гөлнара Солтанова.