Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
26 Август 2022, 04:43

Алда — ҡабатланмаҫ студент йылдары!

Иҫ киткес һәләтле, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүсе Алия Нурҡаева ағымдағы йылда Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбен миҙалға тамамланы.

Алда — ҡабатланмаҫ  студент йылдары!Алда — ҡабатланмаҫ  студент йылдары!
Алда — ҡабатланмаҫ студент йылдары!

Уҡыуҙа алдынғы булған тырыш ҡыҙ йыр, бейеү, һүрәт төшөрөү менән бик яратып шөғөлләнде. Киләсәктә реклама өлкәһендә хеҙмәт һалырға ниәтләп, алдына маҡсат ҡуйып, хыялына ышаныслы атланы Алия.
Һуңғы ике йылда Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ фәндәрҙән белемен тәрәнәйтеү өсөн интернет-дәрестәр алды, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән үҙ аллы күп уҡыны. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ мәҡәле. Бушҡа булманы белем ҡойоһон ”энә менән ҡаҙыуҙары” — имтихандарҙы юғары балдарға тапшырҙы. Һөҙөмтәлә күп институттарға юл асылһа ла, ул үҙе теләгән йүнәлештә уҡыу йортон һайланы. Алия — Башҡорт дәүләт университетының социология факультеты студенты! Пиар-менеджер, маркетинг һәм тағын бик күп йүнәлештәр буйынса белем үҙләштереү йылдары көтә уны. Фото төшөрөү, визаж сәнғәте менән дә ҡыҙыҡһына, уҡып һөнәр арттырыу теләге бар.
Бөгөн Алия, һөнәр үҙләштереү алдында торғанда, уның менән бергә тулҡынланған, кәңәштәр биргән, тырышлығын һалған атаһы Илдар, әсәһе Әлфинә, яҡындары менән бергә һөйөнә-һөйөнә республиканың иң абруйлы уҡыу йортона студент булараҡ аяҡ баҫырға йыйына. Аҡыллы, тыйнаҡ, белем алыуға әүәҫ, талантлы ҡыҙыбыҙға ышанабыҙ.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

 

Алда — ҡабатланмаҫ  студент йылдары!
Алда — ҡабатланмаҫ студент йылдары!
Автор:
Читайте нас