Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Август 2022, 15:24

Уҡыусылар сәскә үҫтерә

Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәбендә балаларҙың йәйге практикаһы яҡшы ойошторолған.

Уҡыусылар сәскә үҫтерә
Уҡыусылар сәскә үҫтерә


Әлеге ваҡытта мәктәп яны аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултыра. Бынан тыш, технология уҡытыусыһы Фәйрүзә Нәзғәт ҡыҙы Шакирова ярҙамында мәктәп янында кишер, сөгөлдөр кеүек татлы тамырҙар, ҡарағат-алма ағастары үҫә. Был йәшелсә-емештәр балалар туҡланыуына өҫтәмә ярҙам булһа, төрлө-төрлө сәскәләр иһә иртә яҙҙан күҙҙәрҙе ҡамаштыра башлай. Уларҙы сүп-сарҙан таҙалап, һыу ҡойоу – йәй буйы балалар иңендә ята. Һәр класс билдәле бер график буйынса хеҙмәт практикаһын үтә.
Бөгөн дә буласаҡ алтынсылар уҡытыусылары Раушания Хәмиҙулла ҡыҙы Сарбаева менән үҙҙәренә беркетелгән участокта эш менән мәшғүл ине. Тырышып эшләгән малайҙар янынан тыныс ҡына үтеп булманы. Улар Ғәлимов Марсель, Солтанов Илнар, Козлов Пётр, Бариев Вилдан, Ғималтдинов Илнур булып сыҡты. Таныштарым сәскә түтәлдәрен ҡый үләндәренән ҡотҡарыу менән мәшғүл. Сәскәләр ҙә М.Ғафури шиғырындағы кеүек йәнләнгәндәй, дуҫтарына рәхмәт әйтә төҫлө.


Гөлнара Солтанова.

Уҡыусылар сәскә үҫтерә
Уҡыусылар сәскә үҫтерә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: