Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Август 2022, 12:57

Педагогтар Ҡариҙелгә йыйылды

Бөгөн Ҡариҙел ауылында “Кәрәҙ” икенсе республика педагогик марафонының дүртенсе зона майҙансығы үҙ эшен башланы. Сарала Өфө, Благовещен ҡалалары, Салауат, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Ҡариҙел, Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Иглин райондарынан уҡытыусылар ҡатнаша.

Педагогтар Ҡариҙелгә  йыйылды
Педагогтар Ҡариҙелгә йыйылды

Сараға Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин килде.
- “Кәрәҙ” – биш коммуникацион-уҡытыу майҙансығы, бында педагогтар үҙҙәренең тәжрибәһе, ҡаҙаныштары менән уртаҡлаша, педагогик оҫталығын, эрудицияһын күрһәтә, яңы мөмкинлектәр аса, - тине Айбулат Вәкил улы.
Шулай уҡ министр мәғариф системаһының яңырыуы шарттарында кадрҙар потенциалы, педагогтарҙың һөнәри үҫеше һәм был һөнәрҙе популярлаштырыу ҙур әһәмиәткә эйә булуын билдәләне. Педагог һәм остаз йылына бағышланған һөнәри саралар йәш кадрҙарҙы йәлеп итеренә ышаныс белдерҙе ул.
Ҡариҙел ауылының район Мәҙәниәт һарайында уҙған сараларҙа Өфө, Благовещен ҡалалары, Салауат, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Ҡариҙел, Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Иглин райондарынан уҡытыусылар ҡатнаша. Улар башта 3 турҙан торған педагогик интеллект-шоу фестивалендә көс һынаша, аҙаҡ инде “Кәрәҙ – киләсәк өсөн иң яҡшыны йыябыҙ!” исемле конкурс старт ала.
Әйтергә кәрәк, конкурс биш зонала үтә. 8 августа Салауат ҡалаһында, 10 августа Сибайҙа, 17 августа Нефтекама ҡалаһында, 18 августа Ҡариҙелдә, һуңғы бишенсеһе 19 августа Бәләбәй ҡалаһында уҙа. Биш еңеүсе команданың финал ярышы 2023 йылдың февралендә уҙғарыласаҡ.
Былтыр Ҡариҙел районы командаһы алдынғылыҡты бирмәгәйне, быйыл ҡайһы команда республика педагогтары кәрәҙен тулыландырыр, ваҡыт күрһәтер. Әлегә һәр район, ҡала командаларының сәмле көйәрмәндәре тик тормаясаҡ, үҙҙәренең конкурсанттары өсөн уларға тауыш биреп, дәртләндереп тороға тура киләсәк.
Конкурсанттарҙың эшен БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты вәкилдәренән торған абруйлы жюри ағзалары һәм “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” еңеүселәре һәм финалсылары баһалаясаҡ.
Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәбе директоры Ильясов Рөстәм Марсель улы, ошо уҡ мәктәптең физика уҡытыусыһы Колокольников Владимир Борисович, инглиз теле уҡытыусыһы Ғәлләмова Зарина Фәнис ҡыҙы, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Муллаяров Рушан Өлфәт улы, Ҡариҙел ауылының 2-се урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Каменев Леонид Михайлович район данын яҡлаясаҡ. Уларға уңыштар теләйек!


Гөлнара Солтанова.

Педагогтар Ҡариҙелгә  йыйылды
Педагогтар Ҡариҙелгә  йыйылды
Педагогтар Ҡариҙелгә  йыйылды
Педагогтар Ҡариҙелгә йыйылды
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: