Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Август , 10:49

Башҡортостан уҡытыусылары яңы шоуҙа көсөн һынаясаҡ

Әлеге йылдың аҙағында «Рәсәй 1» телеканалы эфирында Рәсәйҙең иң һәләтле һәм үҙенсәлекле уҡытыусылары «Класс темаһы» шоуында ҡатнашасаҡ. Конкурс нигеҙендә һайлап алыу һөҙөмтәһендә ете педагог һайлап алынасаҡ, улар тура эфирҙа математика, химия, биология, география, тарих, физика, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса дәрестәр үткәрәсәк. Популяр медиа шәхестәре уҡыусылар буласаҡ.  

Башҡортостан уҡытыусылары яңы шоуҙа көсөн һынаясаҡ
Башҡортостан уҡытыусылары яңы шоуҙа көсөн һынаясаҡ

Башҡортостандан ике уҡытыусы конкурс буйынса һайлап алыуҙа ҡатнаша - Октябрьский ҡалаһының 22-се мәктәбенән инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Хажиева һәм Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәбенән география уҡытыусыһы Наталья Ҡунаҡбаева. Улар ваҡытында ғариза  биргән, үҙҙәренең предметтары буйынса тест үткән, видеовизиткалар яҙҙырған.

– Йәмғиәттең прогрессив үҫешендә уҡытыусының роле бик ҙур. Ул йәштәр тәрбиәләй. Эйе, йәмғиәттең уҡытыусыға талаптары даими үҫә. Йәмғиәт үҫешенә лә уҡытыусының индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тап шуға күрә лә уҡытыусының статусын йәмғиәттә күтәрергә, телевидениела һәм радиола аңлатыу тапшырыуҙары, журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә мәҡәләләр һанын арттырырға кәрәк, тип иҫәпләйем, – ти Айгөл Хажиева.

– Уҡытыусы һөнәрен һәр яҡлап популярлаштырырға, аң-белем таратыусы телетапшырыуҙар аша йәмғиәттә педагог статусын күтәрергә кәрәк, – тип белдерә Наталья Ҡунакбаева.

 

 Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Башҡортостан уҡытыусылары яңы шоуҙа көсөн һынаясаҡ
Башҡортостан уҡытыусылары яңы шоуҙа көсөн һынаясаҡ
Автор:
Читайте нас в