Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Июль 2022, 10:39

Республика өсөн ҙур ваҡиға буласаҡ

Быйыл инженер мәктәбе бизнес файҙаһына тикшереүҙәр һәм эшләнмәләр өсөн 105 миллион һум йәлеп итәсәк.

Республика өсөн ҙур ваҡиға буласаҡ
Республика өсөн ҙур ваҡиға буласаҡ

Рәсәй юғары уҡыу йорттарында “Алдынғы инженер мәктәптәре” проекты нигеҙендә 30 мәктәп – илдең фәнни-техник мәсьәләләрен юғары технологиялы компания-партнерҙары менән хәл итеүгә әҙер студенттар майҙансыҡтары ойошторолған.

Бындай берҙән-бер мәктәп Башҡортостанда Өфө дәүләт авциация техник университетында бар.

“Киләсәк моторҙары” юғары һөҙөмтәле һәм гибрид көс ҡоролмаларын, агрегаттар һәм хәрби, граждандар авиацияһы ойоштороуға йүнәлтелгән глобаль фәнни-техник мәсьәләне хәл итәсәк. Уның сиктәрендә Өфө дәүләт авиация техник университеты тикшереүҙәре тормошҡа ашыраласаҡ.

“Юғары уҡыу йорто нигеҙендә алдынғы инженерҙар мәктәбен ойоштороу – республика өсөн ҙур ваҡиға. Ул төбәк инфраструктураһының фәнни-мәғариф инфраструктураһы буласаҡ”, - тип белдергән ректор Сергей Новиков.

Быйыл инженер мәктәбе бизнес файҙаһына тикшереүҙәр һәм эшләнмәләр өсөн 105 миллион һум йәлеп итәсәк. 2024 йылға бында дүрт мәғариф киңлеген ойоштороу планлаштырыла.

Фото: bashinform.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Республика өсөн ҙур ваҡиға буласаҡ
Республика өсөн ҙур ваҡиға буласаҡ
Автор:
Читайте нас: