Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Июль 2022, 14:45

Иғтибар: иртәгә киске 7-лә брифинг

Яңы барлыҡҡа килгән уҡыу йорто – Өфө фән һәм технологиялар университеты эшмәкәрлеге нисек ойоштороласаҡ?

Иғтибар: иртәгә киске 7-лә брифинг
Иғтибар: иртәгә киске 7-лә брифинг

Өфө фән һәм технологиялар университеты – Башҡортостандың ике ҙур юғары уҡыу йорто булған Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштергән яңы уҡыу йорто шулай аталасаҡ.

Ике юғары уҡыу йортон берләштереү Рәсәйҙә яңы ҡеүәтле һәм етди ғилми фекерҙәр үҙәге, белем биреү процесы һәм технологиялар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров.

Яңы уҡыу йортонда белем биреү процесы нисек ойошторолор? Юғары уҡыу йорттарын берләштереү студенттарға нисек йоғонто яһар? Саҡырылған ҡунаҡтар һәм эксперттар Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә.

Брифингты 21 июлдә 19.00 сәғәттә БЮТ каналында, Республикаға идара итеү үҙәге, Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Аңлатабыҙ. Башҡортостан" төркөмөндә ҡарағыҙ.

Сығанаҡ: https://vk.com/anlatabiz102

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Иғтибар: иртәгә киске 7-лә брифинг
Иғтибар: иртәгә киске 7-лә брифинг
Автор:
Читайте нас: