Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Июль 2022, 10:00

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте

Районыбыҙҙа тырыш хеҙмәте менән яҡташтарының оло ихтирамын яулаған, ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған абруйлы уҡытыусылар бихисап. Шундайҙарҙың береһе — Ҡайынлыҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфирә Фәнис ҡыҙы Шакирова. Ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды (һүрәттә).

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте

Зөлфирә Фәнис ҡыҙы 1979 йылдың ғинуарында Таңатар ауылында доньяға килә. Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетында белем ала. Тырыш уҡытыусы бына 20 йыл балаларға үҙе уҡытҡан фәндәрҙән төплө белем бирә. Уҡыусылары яратҡан уҡытыусыларының дәресен һәр ваҡыт көтөп ала, йыл һайын муниципаль, төбәк, төбәк-ара ижади конкурстарҙа, фән олимпиадаларында әүҙем ҡатнашып, призер һәм еңеүсе була.
Зөлфирә Шакирова — татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе. Ул хеҙмәттәштәренә асыҡ дәрестәр күрһәтә, бай эш тәжрибәһен йәш уҡытыусылар менән уртаҡлаша. Заман менән бергә атлаусы, ижади эшләүсе педагог республика һәм район уҡытыусыларының фәнни-ғәмәли конференцияларында ҡатнаша. Бынан бер нисә йыл элек «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурсының муниципаль этабында еңеп, республика бәйгеһендә лауреат булды. Зөлфирә Фәнис ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. 2015 йылда Рәсәй Федерацияһы Фән һәм мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. 2018 йылда иң яҡшы уҡытыусыларҙың педагогик эшмәкәрлегендәге юғары уңыштары өсөн дәртләндереү сараһын алыуға ойошторолған конкурста еңеүсе булды.
Зөлфирә Фәнис ҡыҙы эшендә ихтирамлы уҡытыусы булһа, өйөндә һөйөклө, хәстәрлекле әсәй һәм тормош иптәше. Ире Ансаф Фәүәрис улы менән ҡыҙҙары Әдиләгә ғүмер һәм күркәм тәрбиә бирҙеләр. Ата-әсәне уңыштары менән һөйөндөрөп, Әдилә әлеге көндә Ҡазан федераль университетында уҡый.

Гөлназ Ханова.

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: