Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Июль 2022, 10:00

Ижади эшләүсе йәш уҡытыусы

тырыш хеҙмәте, уҡыусыларының уңыштары менән ихтирам яулай

Ижади эшләүсе йәш уҡытыусы
Ижади эшләүсе йәш уҡытыусы

Беҙҙең районда белемле, һәләтле, маҡсатсан йәштәр күп. Шуға ла өлкән быуынға алмашҡа тырыш, дарманлы, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртергә һәләтле йәштәр килеренә ышаныс ҙур. Борай ауылына ла йәш белгестәр эшкә ҡайтып тора. Мәғариф системаһында 35 йәшкә тиклем 44 йәш белгес эшләй. Улар араһында Әнисә Мортазина ла бар.
Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең. Үҙ өҫтөңдә эшләү, өҙлөкһөҙ белем алыу, тормоштан бер аҙымға алда атлау, төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу — тап ошондай сифаттарҙы күңеленә һеңдергән белгестәрҙең береһе ул Борай ауылының 2-се гимназияһының химия уҡытыусыһы Әнисә Илдар ҡыҙы.
Уҡытыусы һөнәрен һайлағанда берәй кешенең йоғонтоһо булдымы тигән һорауға, Әнисә Илдар ҡыҙы химия уҡытыусыһы Фәнисә Нәсим ҡыҙы Ғабдрахманованы иҫкә алды. “Беҙҙе уратып алған донъяның ваҡ ҡына өлөшсәләрҙән тороуы, нимәне генә алма, барыһы ла — кейгән кейем, ашаған аҙыҡ, хатта кеше үҙе химик элементтарҙан торғанын бик етди итеп аңлатыуы миндә химия дәресенә ҡыҙыҡһыныу уятты”, — ти йәш белгес.
Әнисә Мортазина Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында белем алып, хеҙмәт юлын Бөрө ҡалаһының 7-се мәктәбендә башлай. Артабан уны яҙмыш елдәре үҙенең тыуған яғына алып ҡайта һәм 2017 йылдан башлап ул үҙе тамамлаған мәктәптә химия уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо эш дәүерендә Әнисә Илдар ҡыҙы үҙен белемле, яңы алымдарҙы оҫта ҡулланған, ижади эшләүсе педагог итеп таныта. 2019 йылда Әнисә Мортазина “Йыл уҡытыусыһы – 2019” һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә үҙен һынай. Көсөргәнешле бәйгенең бөтә этаптарын уңышлы үтеп, районда еңеү яулап, Өфөлә республика этабында ҡатнаша һәм “Педагогик өмөт” номинацияһына лайыҡ була. “Мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыуыма шатмын. Конкурс минең өсөн ҙур тәжрибә һәм һынау мәктәбе булды. Рухлы, тәжрибәле, көслө, яңы идеялар менән янып торған уҡытыусылар менән таныштым. Аҙна буйы барған бәйгелә барыһы менән дә дуҫ­лашып бөттөк. Мине аңлаған, һәр саҡ терәк булған яҡындарыма, дуҫтарыма, хеҙмәттәштәремә ҙур рәхмәт!” — ти юғары категориялы уҡытыусы.
Әнисә Илдар ҡыҙы 9-сыларҙың класс етәксеһе лә. Уның уҡыусылары ла төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай, Бөтә Рәсәй бәйгеләре финалистары була. Мәҫәлән, 2022 йылда уҡыусыһы Луиза Тажетдинова химия фәненән Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға яҙа.
Әнисә Илдар ҡыҙы – ижади эшләүсе педагог, һәр ваҡыт эҙләнә, бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләй. 2021 йылда ауыл ерендә эшләүсе йәш белгестәргә ҡаралған грант конкурсында ҡатнашып, 690 меңгә сертификат алыу бәхетенә ирешә. Әнисә Мортазина тырыш хеҙмәте менән хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары араһында абруй яулай.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Ижади эшләүсе йәш уҡытыусы
Ижади эшләүсе йәш уҡытыусы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: