Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Июнь 2022, 10:59

Уңышлы булырға өйрәтә

Өҫтәмә белем биреү педагогы Ләйсән Акатьева эшендә биш ҡағиҙәгә таяна

Уңышлы булырға өйрәтә
Уңышлы булырға өйрәтә

“Йәйғор” Балалар ижады үҙәге, дөйөм алғанда, өҫтәмә белем биреүҙә спорт, техник, тыуған яҡты өйрәнеү һәм ижади йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эш алып бара. Бирелә дүрт йәштән 18 йәшкә тиклем меңдән ашыу бала һәм теләктәре булған өлкәндәр шөғөлләнә.
Ләйсән Акатьева “Ижади уй-фекерҙәр копилкаһы” берекмәһен етәкләй. БДУ-ның Бөрө филиалын ҡыҙыл дипломға тамамлаған рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәре буйынса эш тапмағас, өҫтәмә белем биреү буйынса белемен камиллаштыра.
— Юғары уҡыу йортонда буласаҡ тормош иптәшем менән өҫтәмә һөнәрҙәр факультетына ла йөрөнөм, — тип һөйләй Ләйсән Рәмил ҡыҙы. — Ҡабарта торған төрлө төҫтәге шарҙарҙан төрлө формалағы сәскәләр эшләргә өйрәндек. Бөрө филиалы базаһында белемемде камиллаштырғандан һуң балалар менән дә эшемде шунан башланым.
Ләйсән Рәмил ҡыҙына дәрестәргә биш йәштән 13 йәшкә тиклемге балалар ике сменаға йөрөй. Модулле оригами, ҡағыҙҙан моделдәр эшләү, энә менән бәйләү һәм ҡулдан тегеү — кем ҡайһы шөғөл менән ҡыҙыҡһына, шуға йөрөй.
— Бәләкәстәр, ғәҙәттә, ҡағыҙ менән эште һайлай, — тип аңлата тырыш педагог. — Был ҡулдың ваҡ моторикаһын, ижади потенциалды үҫтереү, үҙ-үҙеңә ышанысты арттырыу һәм түҙемлелек тәрбиәләү өсөн бик файҙалы. Үҫмерҙәргә бәйләү һәм ҡул менән тегеү оҡшай. Ҡыҙҙар шарфтар, башлыҡтар бәйләй. Бынан тыш, эш араһында аралашырға, дуҫ булырға, үҙ-үҙҙәрен күрһәтергә өйрәнә.
Улай ғына ла түгел әле. Ләйсән Рәмил ҡыҙы Бөрө ҡалаһы данын “Йөрәгемде балаларға бирәм” өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ Бөтә Рәсәй конкурсында яҡлай. 39 финалсы абсолют еңеүсе исеме өсөн көрәшә. Конкурс һигеҙ номинация буйынса үткәрелә. Ләйсән Акатьева “Сәнғәт йүнәлеше буйынса өҫтәмә белем биреү педагогы” номинацияһында сығыш яһай.
— Финалға иң көслөләр генә сыҡты, шуға бәйге көсөргәнешле булды. Абсолют еңеүгә 2,8 балл етмәне, мин 2-се урын яуланым. Финалда үҙ эшемдең биш ҡағиҙәһен күрһәтеп, оҫталыҡ дәресе үткәрҙем, — тип шатлығы менән бүлеште ул.
Әйтәйек, был ҡағиҙәләр өҫтәмә белем биреү педагогтарына ғына түгел, башҡаларға ла файҙалы булыр. Беренсенән, дәрес сағыу, ҡыҙыҡлы башланырға тейеш. Икенсенән, һәр ваҡыт дәрес формаһын үҙгәртеп торорға: әңгәмә, конкурс һәм башҡалар. Өсөнсөнән, физкультминуткалар урынына уйын формаһында бейеү. Дүртенсенән, үҙ балаңа ниндәй мөнәсәбәттә булыуҙарын теләйһең, башҡаларға ла шундай уҡ ҡарашта булырға. Һәм бишенсеһе — уңышлы булырға өйрәтеү.
Бер ҙә юҡҡа ғына балалар үҙ эшенә бар күңел йылыһын һалған йәш педагог дәресенә ашығып килмәй. Ләйсән Рәмил ҡыҙының яратҡан шөғөлө балаларҙың һәләтен үҫтергән, уңышлы булырға өйрәткән ғүмерлек һөнәренә әйләнгән.

Ольга Платонова.

Уңышлы булырға өйрәтә
Уңышлы булырға өйрәтә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: