Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Май 2022, 14:21

Ҡараярҙар – Конгресс-холда!

Ҡараяр урта мәктәбенең  6-сы класс уҡыусыһы Оскар Сафин баш ҡалабыҙға барып ҡайтты.

Ҡараярҙар – Конгресс-холда!
Ҡараярҙар – Конгресс-холда!

Ул уҡыусыларҙың Юрий Гагарин исемендәге олимпиадаһында биология һәм математика фәндәре буйынса әүҙем ҡатнашты. Олимпиаданың республика этабында Оскар көмөш призер булды! Шуға ла уны остазы Сафина Светлана Фәнәүи ҡыҙы менән Конгресс-холға еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһына саҡырҙылар. Ҡараяр уҡыусыһына диплом, олимпиада миҙалы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Уны ошо мәртәбәле бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыһына иһә ойоштороусылар Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Афарин! Ҡотлайбыҙ!

Гөлнара Солтанова.

Ҡараярҙар – Конгресс-холда!
Ҡараярҙар – Конгресс-холда!
Ҡараярҙар – Конгресс-холда!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: