Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Май 2022, 10:49

Ҡотлайбыҙ!

Владимир Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй тикшеренеү эштәре конкурсында Балтас ҡыҙы 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды!

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Мәскәү ҡалаһында Владимир Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр тикшеренеү эштәре  конкурсы тамамланды. Быйыл был мәртәбәле  бәйгегә 1395 эш бирелгән. 1-се турға тиклем 1219 эш,  2-се турға 967 эш үткән.

2-се турға тиклем үткәрелгән эштәрҙе яҡлау өс көн дауамында барҙы. Балтас районы ҡыҙы Нейлә Мәхмүтованың эше (етәксеһе - Ханова Ирина Рәфис ҡыҙы) 1-се дәрәжә диплом һәм «Ырыу вәкилдәре тураһында тарихи-геологик тикшеренеү өсөн» махсус грамотаһы менән билдәләнде.

 Ирина Рәфис ҡыҙы  Ханова В.И. Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр тикшеренеү эштәре конкурсы призерының тикшеренеү эшенә етәкселек иткәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Уҡытыусы һәм уҡыусы Башҡортостан Башлығы премияһына лайыҡ булды.  Балалар ижады үҙәге уҡытыусыһы Ирина Рәфис ҡыҙын һәм Нейләне яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ.

Гөлназ Ғәлләмова.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: