Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2022, 14:32

Мәктәптәрҙә — “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы

Борай районы  белем биреү учреждениеларын  102  ун беренсе класс  уҡыусыһы тамамлай.  

Мәктәптәрҙә  —  “Һуңғы ҡыңғырау”  тантанаһы
Мәктәптәрҙә — “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы

Бөгөн, 25 майҙа,  Борай  районының барлыҡ мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау сыңланы.  Быйыл  Борай  районы белем биреү учреждениеларын  102  ун беренсе класс  уҡыусыһы  тамамлай.

Бер яҡтан ҡарағанда, уҡыу йылы артта ҡалды, әммә ял итергә иртәрәк әле – алда сығарылыш имтихандары, юғары уҡыу йортона инеүҙең хис-кисерештәре...Шулай ҙа,  11 йыл буйы  дауам иткән мәктәп тормош рәүеше ун беренселәр өсөн тамамлана.

Ҡайынлыҡ  урта мәктәбендә уҙған “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһында  район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев  менән мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Мостафин  ҡатнашты.

– Бөгөн “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы. Уҡыу йылын тамамлаусы  байрам.  Ун беренсе класс  уҡыусылары өсөн ул,  ысыннан да, һуңғы ҡыңғырау байрамы. Алда-имтихандар, ә унан һуң оло тормошка ишектәр асыла. Һеҙгә үҙ маҡсатығыҙға ирешеүегеҙҙе  һәм уңыштар теләйем. Хәйерле юл һеҙгә! — тине Рушан Гәрәев.

  • Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары, һеҙҙең алда барлыҡ юлдар ҙа асыҡ! Үҙ-үҙегеҙгә ышаныслы һәм ҡыйыу  булығыҙ, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмағыҙ, хыялланырға ҡурыҡмағыҙ, үҙ таланттарығыҙҙы актив күрһәтегеҙ! - тип еткерҙе үҙенең изге теләктәрен   район мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Мостафин.

Белем биреү учреждениеһы директоры Рәнис   Юзлекаев,   шулай уҡ башланғыс  класс   уҡытыусылары, класс етәкселәре, ата-әсәлар изге теләктәрен  еткерҙе. Сығарылыш класс  уҡыусылары   үҙҙәре лә  киләсәктә лайыҡлы шәхестәр булырға һәм атай-әсәйҙәренең, уҡытыусыларының өмөттәрен аҡларга вәғәҙә  бирҙе.

Иң тулҡынландырғыс миҙгел, әлбиттә, ун беренсе  класс  уҡыуслары өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңы булды.  Алда  уҡыусыларҙың бик мөһим һәм яуаплы осоро  — БДИ тапшыру башлана. Беренсеһе  уның 26 майҙа буласаҡ.

Гөлназ Мирхәйҙәрова.

Мәктәптәрҙә  —  “Һуңғы ҡыңғырау”  тантанаһы
Мәктәптәрҙә  —  “Һуңғы ҡыңғырау”  тантанаһы
Мәктәптәрҙә — “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: