Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
25 Май 2022, 04:54

Хыялдарға әйҙәй һуңғы ҡыңғырау

Ағымдағы йылда Балтас районында 59 уҡыусы урта мәктәпте тамамлай

Хыялдарға әйҙәй һуңғы ҡыңғырауХыялдарға әйҙәй һуңғы ҡыңғырау
Хыялдарға әйҙәй һуңғы ҡыңғырау

Һәр сығарылыш уҡыусыһының үҙ хыялы, ынтылышы бар. Һәр береһе киләсәген күҙаллап, алдағы көндәргә пландар ҡора, имтихандарға әҙерләнә. Ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡанда, әлбиттә, күңелдәрендә тулҡынланыу ҙа бар. Уларға һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә мәктәптә алған белем һәм тәжрибә ярҙамға килер. Сығарылыш класс уҡыусылары араһында уҡыуҙа, спортта уңыштарға ирешкәндәре күп. Гәзит уҡыусыларҙы район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан йәштәребеҙ менән таныштырабыҙ.

Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе уҡыусылары Тимур Әхмәҙуллин, Илнар Фәйзуллин, Денис Гәрәев, Азалия Хәмәтнурова уҡыуҙа тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Тимур Әхмәҙуллин — тыуған районы, мәктәбе исемен республика һәм илебеҙҙең иң ҙур пьедесталдарында яңғыратҡан сая егетебеҙ. Ул армрестлинг буйынса өс тапҡыр Башҡортостан чемпионы, Иҙел буйы округы беренселегендә 1-се, Рәсәй беренселегендә 2-се һәм 3-сө урындарҙы яуланы. Күптән түгел генә Тимур пауэрлифтинг буйынса Рәсәй спорт мастеры нормативтарын үтәне. Ул Башҡортостанда үткән пауэрлифтинг һәм спорттың көс талап иткән төрҙәре буйынса “Сила атлантов” турнирында юғары нәтижәләр күрһәтеп, 1-се урын яуланы. Был еңеүҙәргә батыр егет “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында тренер Радим Нурғәлиев етәкселегендә ныҡышмалы күнегеүҙәр ярҙамында иреште. Мәҙәни өлкәлә лә һынатмай Тимур. Балалар сәнғәт мәктәбенең Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәлләмов класында уҡып, баянда уйнарға өйрәнде, бейей, спектаклдәрҙә сағыу образдар тыуҙыра. Иң дәрәжәле дипломдарын ғына һанап үтәйек: “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының “Танып зирәге”; “Башҡортостан ынйылары” республика конкурс-фестиваленең Гран-при эйәһе; мәктәптең “Тамсылар” фольклор коллективы составында еңеү яулаусы; яҡташыбыҙ, тел ғалимы Әхнәф Харисов тураһында фәнни-тикшеренеү эше өсөн 1-се урын; “XII Кейекбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһында “Иң йөкмәткеле инша” номинацияһында, “Шәжәрәмдең батыр яугиры” республика видеопрезентациялар һәм видеофильмдар конкурсында “Улар еңеүҙе яҡынайтты” номинацияһында еңеүсе; “Йәйләү” профилле лагеры онлайн-сменаһы үткәргән конкурстарҙа 1-се урындар... Уның портфолиоһында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау грамоталары. Тимур “Артек” балалар лагерында ял иткәндә лә үҙен бар яҡлап әүҙем, оҫта итеп күрһәтә, был хаҡта бихисап грамоталары һөйләй. Бынан тыш, райондың “Йәш армия” хәрби-патриотик хәрәкәтендә, ирекмәнлек эшендә лә әүҙем ҡатнаша егетебеҙ.


Апрелдә Тимур менән бергә спорт аренаһында сығыш яһаған класташы Денис Гәрәев көс талап иткән спорт төрҙәре буйынса Рәсәй спорт мастеры исемен яҡланы. Денис — армрестлинг буйынса Башҡортостан чемпионы, Иҙел буйы округы беренселегендә призлы урындар яулаусы егет. Өҫтәүенә, яҡшы уҡый, “Зөлфиә” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнә.
Азалия Хәмәтнурова — армрестлинг буйынса өс тапҡыр Башҡортостан, ике тапҡыр Иҙел буйы округы, ике тапҡыр Рәсәй беренселеге чемпионы, спорт мастерлығына кандидат. Быйыл ул Иҙел буйы округы ярыштарында — 2-се, Рәсәй беренселегендә 3-сө урын яуланы. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер Айваз Сәфетдинов етәкселегендә спорт үрҙәрен яулаған ҡыҙ 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты булды.
Илнар Фәйзуллин — “Газпром” йәмғиәте үткәргән уҡыусылар өсөн тармаҡ олимпиадаһында физика һәм математика фәндәре буйынса еңеүсе, 1-се дәрәжә дипломдарға лайыҡ егет. Афарин, 1-се мәктәптең сығарылыш класы уҡыусылары!
Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе уҡыусылары араһынан район һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыу алдынғылары Раил Вәлиев, Диләрә Дәүләтова, Динара Фәрхуллинаның исемдәрен атаны класс етәкселәре Эльдар Ғәлимйәнов. Ниндәй генә спорт төрө менән шөғөлләнмәй улар! Раилдең портфолиоһында — хоккей, мини-футбол, баскетбол, еңел атлетика, лапта буйынса район, төбәк һәм республика ярыштарында алған 1-се, 2-се дәрәжә дипломдар, “Иң яҡшы һаҡсы”, “Иң ҡиммәтле уйынсы” исемдәре. “Танып” клубының балалар һәм үҫмерҙәр хоккей лигаларында бихисап турнирҙарҙа ҡатнашып, Балтас районы данын яҡланы ул.

Ҡыҙҙар ҙа Раилдән ҡалышмай. Диләрә менән Динара — район командаһы составында мини-футбол буйынса Башҡортостан уҡыусылары спартакиадалары иҫәбенә төбәк ярыштарында 2-се урынды яулаусы спортсыларыбыҙ. Бынан тыш, Диләрә — волейбол, Динара баскетбол менән дә шөғөлләнә, еңел атлетика ярыштарында беренселекте бирмәй ҡыҙҙар.
Мәктәп йылдары кешегә төплө белем менән бер рәттән тормошта үҙ урынын табырға ынтылыш бирә. Нәҡ ошо осорҙа баланың һәләттәре асыла, ул күңеленә яҡын шөғөлдәр һайлай, алға барырға, үҙ өҫтөндә эшләп, ихтыяр көсөн туплап, еңеүҙәр яуларға өйрәнә. Өлгөргәнлек аттестаты алып, төрлө яҡтарға таралышҡас, уҡыу йорттарына ингәс, хеҙмәт юлын башлағас кәрәкле булған сифаттар мәктәп йылдарында тәрбиәләнә. Әүҙем егет-ҡыҙҙарыбыҙ яулаған үрҙәрен юғалтмай, артабан да тормош юлынан еңеүселәр булып атлаһа ине. Уңыштарға бай аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Балтас районы.

Хыялдарға әйҙәй һуңғы ҡыңғырау
Хыялдарға әйҙәй һуңғы ҡыңғырау
Хыялдарға әйҙәй һуңғы ҡыңғырау
Хыялдарға әйҙәй һуңғы ҡыңғырау
Хыялдарға әйҙәй һуңғы ҡыңғырау
Хыялдарға әйҙәй һуңғы ҡыңғырау
Хыялдарға әйҙәй һуңғы ҡыңғырау
Хыялдарға әйҙәй һуңғы ҡыңғырау
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас