+30 °С
Болотло


Борай ауылының үҙәк майҙанында "Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте" Башҡортостан пионерҙары рәтенә инеү тантанаһы булды. Сараға район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Гемир Нуртдинов, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Мостафин, пионер хәрәкәте ветерандары Әлиә Хәйруллина һәм Наилә Дәүләтгәрәева саҡырылғайны. Тантана музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы. Аҙаҡта бөтә балалар ҙа бейеү флешмобында катнашты.
Гөлназ Мирхәйҙәрова.