Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
18 Май 2022, 11:08

Имтихандар башланды

Быйыл төп дәүләт имтиханын тапшырыуға 42 мең 411 туғыҙынсы синыф уҡыусыһы теркәлгән. Һынауҙар традицион формала үтәсәк, уҡыусыларға өлгөргәнлек аттестаты алыу өсөн дүрт фәнде тапшырырға кәрәк: урыҫ теле, математика һәм  һайлау буйынса ике фән.  

Имтихандар башландыИмтихандар башланды
Имтихандар башланды

Төп осор бөгөн, 18 майҙа, башҡорт әҙәбиәте буйынса имтихандан башланып, 9 июлгә тиклем дауам итәсәк. Өҫтәмә осор –  5-енән 24 сентябргә тиклем. Төп дәүләт имтиханы теҙмәһе республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығының сайтында урынлаштырылған (https://education.bashkortostan.ru/activity/2434/ ).

Быйыл да, ғәҙәттәгесә, туғыҙынсы синыфтар йәмғиәтте өйрәнеү, информатика һәм мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар, биология, география фәндәрен күп һайлаған.

Рус теле, математика һәм әҙәбиәте өсөн 235 минут ҡаралған. Биология, химия, физика, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеүгә 180 минут бүленә. География һәм информатиканан имтихан 150 минут дауам итә. Сит телдәр буйынса (инглиз, француз, немец, испан. Һөйләү телмәренән тыш) – 2 сәғәт (120 минут), сит телдәр буйынса (инглиз, француз, немец, испан. Һөйләү телмәре) – 15 минут.

Кисерерлек сәбәптәр арҡаһында төп осорҙа һынауҙа ҡатнаша алмағандар, шулай уҡ ҡәнәғәтләнерлек булмаған һөҙөмтә алғандар (ике фәндән артмаған) 23 июндән 9 июлгә тиклем резерв көндәрҙә имтихан тапшыра ала.

Республикабыҙҙа төп дәүләт имтиханы яңы технология буйынса үткәрелә: имтихан материалдары һаҡланған бәйләнеш каналдары буйынса ебәрелеп, һынау тотоусыларҙың алдында аудиторияларҙа сығарылып биреләсәк. Был процедура Рәсәйҙең 12 төбәгендә ҡулланыла.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.  

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Имтихандар башланды
Имтихандар башланды
Автор:
Читайте нас