

Уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү сиктәрендә аҙна һайын дәүләт флагын күтәреү тәжрибәһен индермәкселәр. Яңы уҡыу аҙнаһы Ҡышлауйылға мәктәбендә лә тантаналы рәүештә Рәсәй флагын күтәреүҙән һәм Гимнын башҡарыуҙан башланды.
9-сы класс уҡыусыһы Илдар Закиров менән 10-сы класс уҡыусыһы Илнар Шаймарҙанов Рәсәй символикаһы тарихы тураһында һөйләне. Мәктәп директоры Земфира Равил ҡыҙы Суфиярова бынан һуң аҙна һайын дәүләт флагын күтәреүҙең матур йолаға әйләнәсәген әйтте.
Шулай уҡ ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин уҡыусыларҙы, балаларыбыҙҙы дәүләт символдарын хөрмәт итергә өйрәтергә кәрәклеген билдәләне һәм уҡыу йылын уңышлы тамамлауҙарын теләне.
Флаг күтәреү хоҡуғы уҡыу алдынғыһы, 11-се класс уҡыусыһы Данил Дәүләтшинға тапшырылды.
Илһөйәр Махатова.