Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
7 Май 2022, 04:00

Документтарҙы онлайн тапшырырға мөмкин

Башҡортостандың һәм илдең башҡа юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн документтарҙы онлайн тапшырырға мөмкин. Был иһә белем алыу мөмкинлеген киңәйтәсәк. Республика вуздары икенсе йыл рәттән абитуриенттарҙың  документтарын “Дәүләт хеҙмәтләндереүе” порталының “Юғары уҡыу йортона онлайн инеү” сревисы аша ҡабул итә.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың 7 вузы бакалавриат, магистратура, специалитет программаһы буйынса, 12 мең 381 бюджет урынына абитуриенттар ҡабул итәсәк. Шул иҫәптән 151 кеше- аспирантураға, 933 кеше ординатураға ҡалдырыласаҡ. Был һандар уҙған йылдар менән сағыштырғанда күпкә күберәк.

Мәғариф һәм педагогика- 2371 урын

Геология, тау эше, нефтьгаз, геодезия- 925

Машиналар эшләү-870, информатика һәм иҫәп- хисап техникаһы – 869

Клиник медицина- 807 урын.

Элек онлайн сервис ҡабул итеү бюджет урындарын ғына иҫәпләһә, хәҙер бюджеттан тыш һәм бюджеттың льгота урындарына ла эшләй. Был документтарын бер- нисә урынға бирпгән абитуриенттар өсөн дә яҡшы. Сөнки сервистың системаһы шунда уҡ яңырып бара, конкурс хәлдәрен реаль ваҡытта күҙәтеп барырға мөмкин. Цифрлаштырыу дәүләт хеҙмәтләндереүҙәрен кешегә яҡын итә.

Рәсәйҙә быйыл юғары уҡыу йортона бюджет урындары 11 мең 546 урынға артҡан. Бюджетҡа 558 мең 44 кеше уҡырға инә аласаҡ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-05-05/dokumenttar-y-onlayn-tapshyryr-a-m-mkin-2793049?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420
Автор:
Читайте нас