

– Мине 7-се класты тамамлау менән Ейәнсура районының комсомол райкомына саҡырып алдылар һәм Бөрө кооператив училищеһына уҡырға барырға йүнәлтмә бирҙеләр.
– Һеҙҙең күңелдә был ҡала тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡланған?
- Хәтирәләр күп, һанап бөтөргөһөҙ. Иҫтә ҡалғандарын әйтеп китәйем: буш ваҡытыбыҙҙа Бөрө ҡалаһының Октябрь майҙанында урынлашҡан «Аврора» кинотеатрына (Изге Троица соборы) бара торғайныҡ. Ҡала урамдары буйлап йәйәү йөрөргә лә бик яраттыҡ.
— Хәсән ағай, Һеҙ матбуғатҡа нисек ылығып киттегеҙ?
- Мин бәләкәй саҡтан китап уҡырға яраттым. Парта аҫтына булһа ла йәшереп нәфис әҙәбиәт уҡыным. Гәзит-журналдарҙың береһен дә ҡалдырмайынса уҡый торғайным. Башҡорт әҙәбиәтенән тыш рус әҙәбиәтен дә яраттым. Рус әҙәбиәтенән бигерәк тә миңә А.П. Чехов, И.С. Тургенев, Л.Н. Толстой кеүек яҙыусыларҙың әҫәрҙәре оҡшаны.
Бәләкәй саҡтан уҡ үҙем шиғырҙар яҙҙым һәм ошо эштәремде «Башҡортостан» гәзитенә, «Ағиҙел» журналына ебәрә инем. Редакция хеҙмәткәрҙәре менән хаттар алыштым.
– Матбуғатта тәүге аҙымығыҙ нисек булды?
— Хәсән ағай, һеҙ хәҙерге һәм Совет осоро заманында эшләгән журналистарҙың ниндәй айырмаһын күрһәтер инегеҙ?
- Минең уйымса, ҡайһы осор булһа ла, айырма юҡ. Мин эшләгән ваҡыттағы кеүек хәҙерге журналистар ҙа шундай уҡ тел оҫталары.
– Бөрө ҡалаһында уҡыған ваҡытта билдәле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина тураһында ишеткәнегеҙ бар инеме?
- Юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин был турала бер нимә лә ишеткәнем булманы.
– Иң беренсе йәш дуҫтарыма мин матбуғат юлында, ғөмүмән, уҡыуҙарында, тормоштарында ҙур уңыштар теләр инем. Һеҙгә бағышлап түбәндәге шиғыр юлдарын һөйләп китәм:
Әле йәшәмәнем ерҙә,
Көлдөм, уйнаным ғына.
Иртән йәшәй башлармын тип,
Бары уйланым ғына.
Хәсән Назар менән әңгәмә беҙгә бик оҡшаны, әллә күпме файҙалы мәғлүмәт алдыҡ. Бигерәк тә беҙҙең күңелдәргә шағирҙың Бөрө ҡалаһында белем һәм һабаҡ алыуы хуш килде.
Илшат Ҡазыханов әҙерләне.