

Районыбыҙҙан был һөнәри конкурста өс уҡытыусы – Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Солтанова, Ҡортлокүл урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡәҙриә Нухова, Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Зарина Ғәлләмова ҡатнашты.
Уҡытыусыларҙың педагогик эшмәкәрлеген абруйлы жюри баһаланы. Уның составында күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, ошо конкурстарҙың төрлө йылдарҙағы финалистары, еңеүселәре, республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары профессорҙары бар ине. Улар министрлыҡтың рәсми сайтында конкурсты баһалау критерийҙарына таянып ғәҙел баһа бирҙе. Уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтеп, еңеүгә табан ынтылды.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә 75 кеше ҡатнашты. Ситтән тороп үткәрелгән турҙа уҡытыусылар «Милли кейем презентацияһы» тигән темаға эштәрен тәҡдим итте. Уларҙы https://vk.com/r.sentr һылтанмаһы буйынса, йәғни «Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге»нең «Бәйләнештә» селтәрендәге диуарында ҡарарға мөмкин булды. Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы район тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында һаҡланған Унлар ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәген күрһәтте. Ул Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылында ла шундай уҡ күлдәк өлгөһө барлығын асыҡланы. Яңылыҡтар тапшырыуы форматында әҙерләнгән видеояҙмала уға Ҡарткиҫәк мәктәбе музейы етәксеһе Фәнирә Нәбиуллина ярҙам итте.
Конкурс өс турҙан торҙо. «Дәрес» тип аталған тәүгеһе 9 - 11 мартта ZOOM платформаһында уҙҙы. Ярты сәғәт эсендә билдәле тема буйынса Берҙәм дәрес күрһәтеү бурысын Гөлнара Солтанова Ҡариҙел 1-се урта мәктәбе уҡыусылары менән атҡарып сыҡты. “Педагогик эшмәкәрлекте презентациялау” туры ла дистанцион форматта барҙы, теләүселәр уны Ютуб каналынан да тура эфирҙа ҡарай алды. Конкурс талабы буйынса 75 кешенән 32 кеше генә икенсе турға – “Оҫталыҡ дәресе”нә үтә алды. Улар араһынан 10 уҡытыусы финалға һайлап алынды.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының беренсе турында “Методик оҫтахана” һәм “Дәрес” бәйгеләре бар ине. “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” номинацияһында ҡатнашҡан Ҡәҙриә Тәфкил ҡыҙы уларҙы лайыҡлы үтеп, юғары баһалар алып, 37 кеше араһынан тәүге 10 иңдәр араһына инде. “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” номинацияһында һынау тотҡан Зарина Фәнис ҡыҙы иһә 67 бәйгесенең 20 иң юғары балл яулаған уҡытыусылар исемлегенә инде. Икенсе турҙа уҡытыусыларыбыҙ “Класс сәғәте” һәм “Оҫталыҡ дәресе”ндә бәйге тотто. Икенсе тур һөҙөмтәләре буйынса иң күп мәрәйҙәр йыйып, Зарина Ғәлләмова өсөнсө турҙың “Уҡытыусы-лидер” бәйгеһенең ишеген асты.
Конкурс һынауҙарында уҡытыусылар үҙҙәренең хеҙмәтендә ҡулланған төрлө һөҙөмтәле дидактик формаларын, методтарын һәм алымдарын яҡтыртты. Бигерәк тә белем биреүҙә уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади потенциалын үҫтереүгә, күп яҡлы функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуға килтергән отошло мәғлүмәт-коммуникацион технологиялар ҡулланыуҙарын жюри ағзаларына еткерә алды. Шул уҡ ваҡытта яңыртылған Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына таянып эш итеүҙәренә лә акцент яһанылар. Эксперттар бәйгеселәребеҙгә хәҙерге мәғариф өлкәһенең трендтарына, уҡытыу процесында ҡулланылған заманса дидактик материалдар менән тәьмин ителешкә, яңыртылған Федераль дәүләт белем биреү стандарттары шарттарында уҡыусыларҙың алған белемдәрен баһалау үҙенсәлектәренә ҡағылышлы төплө фекерҙәр ишетерҙәй һорауҙар бирҙе, дәрестәрҙә физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән психологик һәм педагогик эшмәкәрлекте нисек итеп ойоштороуҙары менән ҡыҙыҡһынды.
Бына шундай ҡатмарлы һынауҙарҙы үтә-үтә конкурс аҙағына ла яҡынлашты, уҡытыусыларыбыҙ финалистар исемлегенә инде!
22 мартта Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында уҡытыусыларҙың һөнәри конкурсын ябыу тантанаһы үтте. Ҡариҙел районы педагогтары өсөн ул уңышлы булды. Уҡытыусыларыбыҙ пьедесталдың юғары баҫҡыстарына күтәрелде. “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2022” республика конкурсы еңеүсеһе тип Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Зарина Фәнис ҡыҙы Ғәлләмова танылды. “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022” республика конкурсының “Я истину в Отчизне узнаю” номинацияһында Ҡортлокүл урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡәҙриә Тәфкил ҡыҙы Нухова еңеүсе булды.
Бер юлы “Дистанцион белем биреү уҡытыусыһы” конкурсы ла ойошторолғайны. Унда Байҡыбаш урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Дилара Сәмиғуллина ҡатнашты. Дилара Мөнир ҡыҙына ла уңыш йылмайҙы. Ул ошо конкурстың лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Иң яҡшы педагогтарыбыҙ Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамоталары һәм премиялы сертификаттар менән наградланды.
Уҡыу йылы башында уҡ республикала «Brain-puzzle “СОТЫ» исемле педагогик марафон старт алғайны. Ул республиканың төрлө төбәктәрендә уҙғарылды. Уның республика кимәлендәге бәйгеһе март башында үткәйне. Тантаналы сарала шулай уҡ уның еңеүселәре билдәләнде. Беҙҙең райондың йыйылма командаһы – иң оҫта уҡытыусылары I дәрәжә Дипломға лайыҡ булды.
— Бындай еңеү, уңыштар Ҡариҙелебеҙҙең 90 йыллыҡ тарихында тәүге тапҡыр! Барлыҡ педагогтарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәренә рәхмәт әйтәбеҙ, — тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты район мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Камил ҡыҙы Нәжметдинова.
Гөлнара Солтанова.