Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
7 Апреля 2022, 06:47

Ата-әсәләр БДИ тапшырҙы

Борай 3-сө мәктәбендә  «Бергә тапшырабыҙ.  Ата-әсәләр имтихан тапшыра торған  көн» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ағымдағы йылда мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙың  ата-әсәләре   өсөн  имтихандар үткәреү процедураһы күрһәтелде.

Ата-әсәләр  БДИ  тапшырҙыАта-әсәләр  БДИ  тапшырҙы
Ата-әсәләр БДИ тапшырҙы

Акцияла ҡатнашырға 80-дән ашыу ата-әсә  килде. БДИ тапшырыу аныҡ шарттарға яҡынайтылғайны. Ҡатнашыусыларҙы  теркәү, имтиханды үткәреү пунктына  металл эҙләүгес аша үтеү, бланктар сығарыу  һәм контроль-үлсәү материалдарын аудитория алдында асыу, бланк тултырыу, математика, рус теле һәм тарих буйынса тест эштәрен үтәү ҡаралғайны.

 Берҙәм дәүләт имтиханы  штат режимында уҙғарылды, тәртип боҙоуҙар булманы. Ата-әсәләр менән имтихан үткәргәндән һуң  йыйылыш булды. 2022 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү ҡағиҙәләре,  рус теле һәм математика буйынса һынау имтиханы һөҙөмтәләре тураһында ата-әсәләр алдында мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары З.Ф.  Булатова, методистар Л.Ф. Закирова, Э.Г. Данилова һәм  3-сө мәктәп психологы Л.И. Биктиева баланың  психологик әҙерлеге тураһында сығыш яһаны.

 

Гөлназ Мирхәйҙәрова.

Ата-әсәләр  БДИ  тапшырҙы
Ата-әсәләр  БДИ  тапшырҙы
Ата-әсәләр  БДИ  тапшырҙы
Ата-әсәләр  БДИ  тапшырҙы
Ата-әсәләр БДИ тапшырҙы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас