Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
26 Март 2022, 04:00

Оло хөрмәткә эйә уҡытыусы

Оло Шаҙы ауылында йәшәүсе Гөлнара Дамир ҡыҙы Нурисламова ауылдаштары араһында хөрмәт, ихтирам яулаған ҡатын-ҡыҙ. Сабыр холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан,  тәжрибәле уҡытыусы үҙен башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмай.

Оло хөрмәткә эйә уҡытыусыОло хөрмәткә эйә уҡытыусы
Оло хөрмәткә эйә уҡытыусы

Гөлнара апай 1966 йылдың 25 сентябрендә Бабай ауылында Мәрхәбә һәм Дамир Йыһангировтар ғаиләһендә 2-се ҡыҙ бала булып донъяға килә. Оҙаҡламай Дамир ағайҙы Мишкә ауылына, райкомға белгес итеп тәғәйенләгәс, ғаилә менән район үҙәгенә күсенәләр.
Гөлнара Дамир ҡыҙының бала, үҫмер саҡтары Мишкәлә үтә. Мәктәптә уҡыу йылдарында тиктормаҫ ҡыҙ бейеү менән мауыға башлай һәм район Мәҙәниәт йортонда ойошторолған бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеп, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Класс етәксеһе, француз теле уҡытыусыһы Фиалка Карам ҡыҙы Әндерйәнованың уҡыусыһы күңелендә сит телгә һөйөү тәрбиәләүе йәш ҡыҙҙы Бөрө дәүләт педагогия институтының сит телдәр бүлегенә алып килә. Студент йылдарында ла бейеүҙән айырылмай ул, ҡала Мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәр артистар менән берлектә концерттарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша.
Институтты тамамлау менән тыуған районына ҡайтҡан йәш белгесте Оло Шаҙы урта мәктәбенә немец теле уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Көс-дәрте ташып торған, маҡсатсан йәш уҡытыусы тиҙ арала уҡыусыларының һәм ата-әсәләрҙең күңелендә оло хөрмәт уята. Артабан Надир Әҙеһәм улы менән ҡауышҡан ҡыҙҙың яҙмышы, шулай итеп, Оло Шаҙы менән бәйләнә.
Гөлнара Дамир ҡыҙы 40 йыл ғүмерен үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған, хөрмәт ҡаҙанған сит телдәр уҡытыусыһы, класс етәксеһе булараҡ, күпме сығарылышты әйҙәп алып барып, оло тормош юлына оҙатҡан тәрбиәсе. Уҡыусылары менән яҡшы мөғәләмә булдырып, уларҙы осраған ауырлыҡтар алдында бирешмәҫкә, көслө, ныҡышмал булырға өйрәтә.
Гөлнара Дамир ҡыҙы мәктәптә күп йылдар директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһын да лайыҡлы алып бара. Ул ойошторған саралар ҙур әҙерлек менән үтә. Оҫта бейеүсе булараҡ нисәмә быуын уҡыусыларын бейеү сәнғәтенә өйрәтте. Улар менән йыл hайын төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап, мәктәптең абруйын күтәрҙе.
Үҙ нәҫеле яҡлап уҡытыусылар династияһының 3-сө быуын вәкиле булыуы менән дә сикһеҙ ғорурлана Гөлнара Дамир ҡыҙы. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул 2017 йылда Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
Ғаиләһендә Гөлнара апай бәхетле ҡатын, һөйөклө әсәй. Тормош иптәше менән бал ҡорттары ҡарап, мал аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп, йорт һалып, бәрәкәтле тормош көтә Нурисламовтар. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Олоһо Гөлназ медицина университетын тамамлап, Бөрө ҡалаһында терапевт булып хеҙмәт һала, иптәше Илнур менән ике ул тәрбиәләй. Кесе ҡыҙы Диана Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында эколог һөнәрен үҙләштереп, иптәше Вадим менән Пермь крайында йәшәй.
Гөлнара Дамир ҡыҙы — тормоштоң тәмен белеп йәшәгән, кескәй генә уңыштарға, тәбиғәт күренештәренә һоҡлана белгән гүзәл зат. Бәхеттең ҙуры, өҫкә ишелеп торғаны булмай, ул Гөлнара апайҙыҡы һымаҡ кескәй ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан бөртөкләп йыйыла.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Оло хөрмәткә эйә уҡытыусы
Оло хөрмәткә эйә уҡытыусы
Автор:
Читайте нас