

Йәғни балалар телевидениеһы ойошторолдо. Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп булдырылған был проект уҡысыларға киң юлдар аса. Телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы, оператор, монтажсы һәм башҡа телевидениеға ҡараған һөнәрҙәрҙе үҙләштерәсәктәр улар. Шул уҡ ваҡытта Ҡариҙел районының тормошо һәм яңылыҡтары менән таныштырып барасаҡтар.
Был мәктәпкә йәлеп ителгән уҡыусыларҙың беренсе дәресе Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгендә үтте. Бында уларҙы был үҙенсәлекле мәктәптең эшмәкәрлеге, киләсәккә пландары менән таныштырҙылар. Бер юлы ике командаға бүленеп ижади эш башҡарҙылар. Улар үҙҙәре проект өҫтөндә эшләп, остаздары алдында яҡланы.
Йәш журналистарға тәүге йөкләмә лә бирелде. 19 мартта район күләмендә башланғыс кластар араһында уҙған “Илһөйәрҙәр, алға!” сараһынан тапшырыу әҙерләнеләр. Нисек итеп интервью алырға, камера менән нисек эш итергә кеүек талаптарҙы ла ихлас үтәргә тырыштылар. Алып барыусы Рәмил Ғәлиев булды. Әйткәндәй, Рәмил быға тиклем дә балалар өсөн тапшырыу алып барғаны булды, һәм был эш уға бик оҡшай. Медиамәктәп отҡор, зирәк, аҡыллы балаларҙы йәш журналистар итеп үҫтерер, тигән фекерҙә ҡалабыҙ, мәктәптең ғүмере оҙон булһын, киләсәккә ишектәр асылып торһон!
Гөлнара Солтанова.